Һәр кеше ғүмерлек һөнәрен, хеҙмәтен йөрәге ҡушҡанса һайлай. Һеҙ тормошоғоҙҙо үтә яуаплы, ҡатмарлы, әммә иң миһырбанлы һәм үтә кәрәкле һөнәр менән бәйләгәнһегеҙ. Сәләмәтлекте бер ниндәй ҙә байлыҡ менән сағыштырып булмай, ул бәхет һәм тулы ҡиммәтле тормоштоң нигеҙе булып тора. Шуға бәйле һеҙҙең хеҙмәтегеҙ кешеләр өсөн кәрәк һәм һәр ваҡыт ихтирамға лайыҡ. Кешеләр сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыуҙа күп нәмә һеҙҙең һөнәри оҫталығығыҙға бәйле. Йыш ҡына иң көсөргәнешле шарттарҙа эшләйһегеҙ. Яңы коронавирусҡа ҡаршы көрәштә гел алғы һыҙыҡта тораһығыҙ. Ауыр минуттарҙа берҙән-бер дөрөҫ юл табаһығыҙ, кешеләргә ҡайғыһын еңеләйтергә тырышаһығыҙ, кәрәкле һүҙҙәр табаһығыҙ.
Һеҙҙең юғары профессионаллегегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, батырлығығыҙ һәм шәфҡәтегеҙ, иң ҡатмарлы шарттарҙа ла ҡарар ҡабул итә белеүегеҙ һәм оҫта эш итеүегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Йоҡоһоҙ төндәрегеҙ, ҡотҡарған ғүмерҙәр, алтын ҡулдарығыҙ һәм изге йөрәгегеҙ өсөн рәхмәт.
Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, сабырлыҡ, бәхет һәм эштәрегеҙҙең уң барыуын теләйбеҙ.
“Даирә” гәзите хеҙмәткәрҙәре.