Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Июнь 2020, 22:25

Эт ауырыу хужабикәһенә яҡын килтертмәй

Бөгөн Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Был һөнәрҙең ни тиклем ауыр, яуаплы, хәүефле булыуы хаҡында һәр кемебеҙ белә.

Ауырыуҙар янына ярҙамға ашыҡҡан медицина хеҙмәткәрҙәре иҫерек хәлдәге агрессив кешеләрҙән, бәйһеҙ эттәрҙән дә йыш зыян күрә.
Кисә Өфө районында оло йәштәге ҡатын эте менән йөрөп килергә сыға. Әммә ҡапыл хәле насарайыу сәбәпле, “Ашығыс ярҙам” саҡырырға мәжбүр була. Йәһәт килеп еткән медицина хеҙмәткәрҙәре көтөлмәгән ҡаршылыҡҡа осрай: эт хужабикәһе янына бер кемде лә яҡын килтермәй, тип хәбәр итә ufa.kp.ru.
Агрессив хәлдәге хайуанды ни эшләтергә белмәгән хеҙмәткәрҙәр ҡотҡарыусыларҙы ярҙамға саҡыра. Улар махсус элмәк ярҙамында этте тотоп, бағанаға бәйләгәндән һуң ғына, медицина хеҙмәткәрҙәре сирлегә тәүге ярҙам күрһәтә ала.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, хәле насарайған ҡатын дауаханаға һалынған.
Фото: avatars.mds.yandex.net
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: