Юғары наградаларға лайыҡ булғандар араһында Башҡортостандан 15 вәкил бар. Шул иҫәптән республиканан туғыҙ табип Пирогов орденына, дүрт табип “Тыуған ил алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” II дәрәжә орден миҙалына лайыҡ булһа, ике табипҡа Ҡырым Лукаһы миҙалы бирелде.
Мәғлүм булыуынса, быйыл 19 июндә Рәсәй Президенты илдең хәрби-ялан хирургияһына нигеҙ һалған Николай Пирогов хөрмәтенә – Пирогов ордены, ә хирург, Симферополь һәм Ҡырым архиепискобы Лука хөрмәтенә Ҡырым Лукаһы миҙалын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.