Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Июнь 2020, 20:35

Ауыр трактор ауып...

Типһә тимер өҙөрлөк Шаран ирҙәре аяныслы фажиғә ҡорбаны булған.

Кисә, 20 июндә, районда аяныслы авария теркәлгән. 32 йәшлек ир МТЗ-50 тракторында китеп барғанда идараны юғалтҡан һәм ауыр техника юл ситенә ауған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель һәм уның 45 йәшлек пассажиры урында уҡ һәләк булған.
Был хәл Анисимова Поляна ауылы янында булған. Асыҡланыуынса, водителдең транспорт сараһына идара итеү таныҡлығы булмаған. Әле тикшереү эштәре бара.
Фото: ЮХХДИ
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: