Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Июнь 2020, 15:00

Мазовтарҙың улдарының береһе, тиҙәр...

Бөгөн "Уфа1" баҫмаһы үҙ сығанаҡтарына һылтанып ҡот осҡос яңылыҡ хәбәр итте. Өфөлә Фронт бригадалары урамынан алыҫ түгел урында балыҡсылар һыуға батҡан бала кәүҙәһен тапҡан. Был “Речные зори” шифаханаһынан йыраҡ түгел, тап ошо урында хоҡуҡ һаҡлау органдары Артем Мазовтың автомобилен тапҡайны.

Сығанаҡ фекере буйынса, был бала 26 октябрҙә юғалған Артем Мазовтың улдарының береһе булыуы ихтимал. Кәүҙә ул малайҙарҙың һүрәтләмәһенә тура килә.
"Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Мазовтарҙың бер малайының кәүҙәһен таптыҡ. Тик әлегә аныҡ ҡына әйтеп булмай, экспертиза көтәбеҙ", – тигән был сығанаҡ.
Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә лә был мәғлүмәтте әлегә раҫламағандар.
– Экспертиза һөҙөмтәләрен көтөргә кәрәк, – тигәндәр унда ла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был хәл былтыр октябрь аҙағында башланғайны. Ҡатыны менән талашҡан Артем Мазов биш һәм ете йәшлек ике улын алып ғәйеп булды. Бөтә юлдар ҙа йылға буйына алып бара ине, шуға күрә уларҙы бөтәһе лә һыуҙан эҙләне. Тик ошоға тиклем бер һөҙөмтә лә булманы.
Бар республика ҙур тетрәнеү һәм өмөт менән был хәлде күҙәтте. Берәүҙәр малайҙар атаһы менән бергә батҡандыр тиһә, икенселәр улар иҫән һәм йәшенеп ята тип өмөтләнде. Һәм бына бөгөнгө ҡот осҡос табыш... Нисек кенә булһа ла, экспертиза һөҙөмтәһен көтәйек...
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
"Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: