Ҡотҡарыусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, егет тыйылған урынға һыу инергә төшә. Мәғлүм булыуынса, Ағиҙелдең “Ҡояшлы” пляжынан өҫтәрәк ерҙә рельефтың ҡапыл төшкән урындары бар.
Шаһиттар ҡотҡарыусыларға егеттең батҡаны тураһында хәбәр иткәнсе, ул һыу өҫтөнән юғалған була. Әле лә кәүҙәһен тапмағандар, урында водолаздар эшләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн һайын тиерлек ошондай фажиғәле хәлдәр теркәлеп тора. Шуға ҡарамаҫтан, күптәр әле һаман “был беҙҙең менән булмаҫ” тип уйлап, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Һөҙөмтәлә бындай ғәмһеҙлектең хаҡы ҡайтарып алғыһыҙға әйләнә... Һаҡ, иғтибарлы булайыҡ!
Фото "Башинформ"дан алынды