Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Июнь 2020, 17:04

“Хәтер шәмен” тоҡандырайыҡ

Хәтер һәм ҡайғы көнөнә ҡарата “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе “Башҡортостан” Дәүләт концерт залы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәш гвардия”һы, Башҡортостандың милли симфония оркестры менән берлектә “Хәтер шәме” тип аталған акция ойоштора.

Сара 21-нән 22-нсе июндең төнөндә уҙасаҡ.
Быйыл Хәтер һәм ҡайғы көнө 79-сы тапҡыр үтә. Тап ошо көндө 1941 йылдың йәйендә беҙҙең ил тарихындағы иң ҡурҡыныс, миллионлаған кешенең ғүмерен ҡыйған үлемесле һуғыш башлана.
Был көндө бөтөн ил буйынса хәтер саралары үҙасаҡ, дәүләт флагтары төшөрөләсәк, баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә, бөтөн ҡала һәм ауылдарҙа Билдәһеҙ һалдат һәйкәлдәренә, Мәңгелек уттарға, обелисктарға сәскәләр һалынасаҡ.
Акцияны ойоштороусылар тап ошо төндә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда үҙенсәлекле сара үткәрә. Сарала ҡатнашыусылар һуғышта башын һалған яугирҙәр иҫтәлегенә, Еңеү менән ҡайтҡан һалдаттар хөрмәтенә тиҫтәләгән шәм яндырасаҡ. Сара шулай уҡ меңәрләгән хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың исемен тергеҙеүгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
  • Был көндө планеталағы тыныслыҡ өсөн, Тыуған иленең аяҙ күге өсөн башын һалған яугирҙәрҙе иҫкә алабыҙ. Тантаналы саралар бөтөн ил буйлап та, сит илдәрҙә лә үтә. Республикала иһә ошондай ғәҙәти булмаған акция менән яу яланында һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алырға булдыҡ. Бындай саралар йыл да үткәрелер тип ышанам, - ти "Берҙәм Рәсәй" партияһының башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
  • Тап ошо көндө 1941 йылдың 22 июнендә беҙҙең ил халҡы өсөн оло фажиғәгә әүерелгән Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Был көндө “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән берлектә ошондай акция үткәрергә булдыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы ялҡынында биш миллиондан ашыу билдәһеҙ һалдаттың исеме юйылған. Ошо билдәһеҙ геройҙарҙың исемен тергеҙеү – беҙҙең бурыс, - ти “Башҡортостан” концерт залы директоры Вилдан Яруллин.
  • Сара 24.00 сәғәттә башлана.
    Автор: Лилия Нуретдинова
    Читайте нас: