Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар утты һүндергән, әммә көл-күмер эсендә утта һәләк булған 86 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған. 58 йәшлек улы иҫән ҡалған, әммә уның байтаҡ тән өлөшө утта бешкән. Ирҙе Учалы ҡала дауаханаһына илткәндәр. Тәфтиш-оператив төркөм һәм тәүтикшереүсе ваҡиғаның сәбәбен асыҡларға, хәлде анализларға тырыша. Бурҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай, ти халыҡ мәҡәле. Йәйен янғын хәүефе тағы ла арта, барығыҙҙы ла уяу, һаҡ булырға саҡырабыҙ.