Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 13:25

Сәстәрегеҙ ебәктәй булһын!

Сәс ҡойолоу проблемаһы менән күптәр осрашҡаны барҙыр. Ул, әлбиттә, тәү сиратта организмдың эске торошондағы ниндәйҙер етешһеҙлек, мәҫәлән, витаминдар етешмәүе, матдәләр алмашыныу боҙолоуы һ.б. хаҡында иҫкәртә.

Халыҡ медицинаһында сәс ҡойолоуҙан арыныу өсөн бихисап рецепт бар. Бына, мәҫәлән, ябай ғынаһы. Өс ҡалаҡ аҡ сәскәгә (ромашка) өс аш ҡалағы онталған лавр япрағы ҡушып, 100 мл ҡайнар һыу ҡойорға ла өс сәғәт төнәтергә. Аҙаҡ һөҙөп алып, баш тиреһенә һөртөргә. Төнәтмә һөрткәндән һуң сәсте йыуырға кәрәкмәй. Быны аҙнаһына ике-өс тапҡыр эшләһәгеҙ, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.
Сәс ҡойолоуҙан дегәнәк тә ярҙам итә. Уның тамырын таҙартып йыуып, шунда уҡ йәки ваҡлап, киптереп ҡулланырға. Бер аш ҡалағы тамырҙы бер литр һыуҙа 15 минут ҡайнатырға. Һөҙөмтә яҡшыраҡ булһын өсөн ике аш ҡалағы кесерткән япрағы ла өҫтәргә мөмкин. Ошо ҡатнашма менән сәсте даими рәүештә сайырға.
Сәстәрегеҙ ебәктәй матур, үҙегеҙ һау-сәләмәт булығыҙ!
Фото: ezoterikazhizni.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: