Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 21:40

Радик Юлъяҡшин: "Ғаиләбеҙ ишәйҙе..."

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо Радик Юлъяҡшин Инстаграмдағы сәхифәһендә Ами исемле йырсы менән яҙҙырылған дуэтының видеояҙмаһын урынлаштырған. Яңы клип "Килә, килә" тип атала.

"Ғаиләбеҙ ишәйҙе. Таныш булығыҙ: был - Ами! Яратып ҡабул итеүегеҙҙе һорайым", - тип яҙған йырсы.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, "Элвин Грей" лейблы аҫтында йәнә бер йәш йырсы сығыш яһай башлаған.
Әлеге пост аҫтында йырсының яҙылыусылары изге теләктәр яҙа, йырҙың матурлығын билдәләй. Был ижад емеше лә тамашасылар араһында киң танылыу алыр тигән ышаныстабыҙ.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: