Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 16:55

Королдәрҙе лә аямаған

Һеҙ үҙегеҙҙең ҡанығыҙҙа күҙгә күрен­мә­гән тәүге ярҙамсы барлығын беләһе­геҙме? Ҡан тамырын аҙ ғына йәрәхәтләү менән яра тиҙ арала үҙенән-үҙе бөтәшә, ҡан ағыуҙан туҡтай. Ғәжәп хәл, сөнки ҡан мөғжизәле ойошоу үҙенсәлегенә эйә.

Ваҡ ҡына һәм һығылмалы ҡан епсәләре, зарарланған ҡан тамыры эргәһенә йыйылып, бөкө һымаҡ, ҡан ағымын туҡтата. Тик шуныһы, һәр кемдең дә ҡаны яҡшы ойошмай. Ҡайһы берәүҙәрҙеке бик насар ойоша йәки был үҙенсәлеккә бөтөнләй эйә түгел. Ошо сирҙе гемофилия тип йөрөтәләр.

Бәхеткә күрә, был сир бик һирәк осрай. Тик уның нәҫелдән-нәҫелгә күсәгилешлеге насар. Өҫтәүенә был сәйер күренеш. Гемофилия менән бары ир-ат ҡына сирләй, тик ул атайҙан улға күсмәй, ә атанан ҡыҙға күсә. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙ үҙен сәләмәт тоя, үҙендә хәүефле сир барлығы хаҡында бөтөнләй белмәйенсә, гемофилияны улына һәм ейәндәренә тапшыра. Гемофилия менән яфаланған атайҙың улы һәр саҡ һау-сәләмәт. Һау-сәләмәт ҡыҙҙың гемофилияны йөрөтөүсе булыуы һәм сирҙе үҙенең улдарына йоҡтороуы, йәғни ауырыу олатайҙарының сирен ейәндәренә тапшырыуы раҫланған.

Был сир теләһә ҡайһы ғаиләгә ҡайғы килтереүе ихтимал, ул һинең социаль хәлеңә лә, байлығыңа ла, һөнәреңә лә ҡарамай. Тарихтан күренеүенсә, испан королдәре династияһы, рус батша ғаиләһе, Англия королеваһы Викторияның балалары ошо сирҙән интеккән.

Фото: pravda.ru
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Читайте нас: