Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, йома көндө башлыса яуым-төшөмһөҙ була. Ел төньяҡтан, талғын.
Һауа температураһы көндөҙ — 19-24 градус.
Шәмбе яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ республиканың төньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төндә йомшаҡ, көндөҙ – талғын.
Һауа температураһы төндә – 7-12 градус, Башҡортостандың төньяҡ һәм көнсығыш райондарында 2 градусҡаса йылы. Көндөҙ шаҡтай эҫерәк — 23-28 градус.
Йәкшәмбе республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ киҫкен.
Һауа температураһы төндә 7-12 градус йылы. Көндөҙ — 20-25 градус, көньяҡта +30-ға тиклем.