Германиялағы университет сиктәрендә тикшеренеүҙәр үткәргәндә бер төркөм кеше көн дә иртән стакан менән таҙа һыу эскән. Һөҙөмтәлә уларҙың матдәләр алмашыныуы яҡшырған, бынан тыш тиреләге төрлө төктәр, ҡыҙарып торған һытҡылар бөтөп ҡалған. Шулай уҡ экспериментта ҡатнашыусыларҙың бит тиреләре шымарып, сәстәре ялтырап киткән.
Тикшеренеүселәр уларҙың 20 процентының матдәләр алмашыныуы яҡшырғанын күҙәткән. Шунлыҡтан иртәнге бер стакан һалҡынса һыу артыҡ һимереүҙән дә профилактика булыуы бар тигән һығымтаға килгән ғалимдар.
Баҡтиһәң, ябай ғына һалҡын һыу менән дә организмдың торошон күпкә яҡшыртырға була икән. Тик эскән һыуыбыҙҙың таҙа булыуы мотлаҡ. Сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!