Рәсәйҙә һағыҙаҡтарҙың дүрт төрө йәшәй. Ағыуҙары бер төрлө тәьҫир итә, эҙемтәләре лә берҙәй. Уның сағыуынан һуң дауаханаға эләккәндәр йыш табылып тора. Бөжәктең сағыуы менән киҫкен ауыртыу башлана, тире ҡыҙарып шешенә. Күптәрҙә был күңелһеҙ хәл ике-өс сәғәттән һуң шуның менән тамамлана. Әммә ҡайһы берәүҙәрҙә көслө аллергия реакцияһы башлана. Был бик хәүефле осраҡ. Билдәләре түбәндәгеләр. Шешенеү көслө һәм ул ҙурая бара, тәнгә сабыртмалар сыға һәм ҡышлау башлана. Кеше уҡшый, тын алыу ауырлаша, пульс тотороҡһоҙлана, баш әйләнеүе мөмкин. Хатта аңын юғалтыуы ихтимал.
Иң тәүҙә йәрәхәтте ҡарағыҙ – ҡаяуы ҡалғанмы-юҡмы. Булһа, тартып сығарығыҙ. Тик уны ҡулығыҙ менән һытып сығарырға тырышмағыҙ, сөнки организмға ағыуҙы күберәк индерәсәкһегеҙ. Йәрәхәт урынын водород перекисы йәки спирт менән йоғошһоҙландырығыҙ. Ағыу организм буйлап таралмаһын өсөн һағыҙаҡ саҡҡан урынды стерилләнгән бинт менән бәйләргә кәрәк. Боҙ һалһағыҙ, ауыртыу баҫылыр. Антигистамин ҡабул итегеҙ, күберәк һыу эсегеҙ, шул рәүешле ағыу организмдан тиҙерәк сығып бөтөр.
Һағыҙаҡтың бит-муйын тирәһен сағыуы айырыуса хәүефле. Шеш бик оҙаҡ бөтмәй. Ҡайҙа аҙыҡ-түлек – һағыҙаҡ та шунда. Сүп-сар контейнерҙары, магазин һәм туҡланыу урындарында улар күпләп оса. Баҡса һәм һарайҙарҙа оялай. Ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә, был ағыулы бөжәктәрҙән һаҡланыу сараһын күрергә кәрәк.