Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Июнь 2020, 13:20

Ҡыяр ни өсөн әсе була?

Күп баҡсасыларҙың түтәлдәрендә ҡыярҙың өлгөргән мәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпме көс түгеп ултыртылған йәшелсә күп осраҡта әсе була. Бының сәбәбен тәжрибәле баҡсасылар түбәндәгесә аңлата.

Ғәҙәттә, ҡыярҙа кукурбитацин артыҡ булғанда, ул әсе була. Был матдә йәшелсәләргә күп булмаған дозала хас. Әммә артыҡ булһа, насар. Ул дым, ҡояш нурҙары, туҡланыу етмәүҙән, юғары йәки түбән температурала йыйыла. Шулай итеп йәшелсәнең тәмен боҙа.
Айырыуса йылы мәлдә ҡоро тупраҡта үҫкән ҡыярҙар әсе була. Әйткәндәй, һыуҙы түтәлде йөҙҙөргәнсе ҡойорға ла ярамай. Был йәшелсәне артыҡ дым да һәләк итә. Һәр нәмәлә сама белеү мөһим.
Фото: "Бәйләнештә"
Автор: Карима Усманова.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/326171
Читайте нас в