Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Июнь 2020, 01:15

Йомабай Мараҡанов табылған

Йылайыр районында 10 июндән алып 19 йәшлек Йомабай Мараҡановты эҙләүҙәре тураһында хәбәр иткәйнек инде. Егетте эҙләү менән шөғөлләнгән “Лиза Алерт” ирекмәндәр төркөмө ҡайғылы хәбәр еткерҙе: бөгөн Йомабайҙың

үле кәүҙәһе табылған.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Йомабайҙы һуңғы тапҡыр 10 июндә Йылайыр районының Бәләкәй Юлдыбай ауылында күргәндәр. “ГорОбзор” хәбәр итеүенсә, егет дуҫтары менән ағаһының тыуған көнөн билдәләгән һәм күрше ауылға дискотекаға юлланған. Юлда уларҙы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Йомабай атаһының машинаһын алып торған була, әммә водитель танытмаһы булмай. “Ул был хәл өсөн бик ҡайғырған. Дуҫтары полицияның эш асасағы тураһында белдереүен хәбәр итте. Беҙ ул ҡурҡып өйгә ҡайтмағандыр, тип уйлайбыҙ”, - тип фекерен белдергәйне егеттең туғаны.
Йомабайҙың әсәһе мәрхүмә булған, уны атаһы менән өләсәһе тәрбиәләгән. Туғандары ни тиклем борсолоп көтһә лә, үкенескә ҡаршы, уларҙың өмөттәре аҡланманы. Егеттең үлем сәбәбе әлегә асыҡланмаған, тип хәбәр итә “ГорОбзор”.
Фото: gorobzor.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
"Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в