Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Июнь 2020, 17:07

“Йомабай, зинһар, ҡайт, шылтырат”

Башҡортостандағы “Лиза Алерт” отряды ирекмәндәре 19 йәшлек егетте эҙләү тураһында хәбәр итә. Йомабай Мараҡановты һуңғы тапҡыр 10 июндә тыуған ерендә – Йылайыр районының Бәләкәй Юлдыбай ауылында – күргәндәр. Ошо ваҡыттан алып уның тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ.

“ГорОбзор” баҫмаһы хәбәрсеһе һүҙҙәренән, егеттең дуҫтары ағаһының тыуған көнөн үткәргән. Аҙаҡ улар күрше ауылға дискотекаға киткән. Юлда йәштәрҙе республика ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан. Асыҡланыуынса, ул атаһының машинаһына идара иткән һәм водитель танытмаһы булмаған. “Машинаны тартып алдылар һәм яптылар. Уны өйгә ҡайтарманылар. Бик ныҡ ҡайғырҙы. Дуҫтары полицияла эш асасаҡтары хаҡында хәбәр итте. Шуға ул ҡурҡҡан һәм өйгә ҡайтмаған”, – тип белдергән егеттең туғаны.
Йомабайҙың яҡындары һәм дуҫтары егетте эҙләгән, тик уны бер ҡайҙа ла тапмаған. Социаль селтәргә ул һуңғы тапҡыр 10 июндә сәғәт 5-тә ингән. Ошо ваҡыттан алып ул смс-хәбәрҙәргә һәм шылтыратыуҙарға яуап бирмәй. “Әсәһе күптән үлгән. Атаһы менән өләсәһе тәрбиәләй ине уны. Улар бик ныҡ ҡайғыра һәм борсола”, – тип хәбәр иткән туғаны.
Егеттең туғандары социаль селтәр аша: “Йомабай, ҡайт, зинһар. Барыһы ла яҡшы булыр. Беҙ һине яратабыҙ! Ҡайт йәки шылтырат, беҙҙе тынысландыр”, – тип өндәшә.
Әгәр Йомабайҙың ҡайҙалығы хаҡында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, берҙәм ашығыс ярҙам хеҙмәте (112) йәки ирекмәндәргә (8-800-700-54-52) шылтыратыуығыҙ һорала.
Егеттең билдәләре: буйы – 163 сантиметр, мыҡты кәүҙәле, ҡарағусҡыл-һары сәсле, күҙҙәре һоро. Зәңгәр куртка, ҡара трико, кроссовка һәм бейсболка кейгән булған.
Фото: “Лиза Алерт”.
Автор: Айһылыу Низамова
"Башҡортостан"гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: