Интерактив уйынсыҡтар ярҙамында балалар һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, интонацияны һайларға өйрәнәсәк. Шиғырҙарҙы ятлау еңелләшәсәк, сәскә, үлән, йәнлек исемдәрен иҫтәрендә тиҙерәк ҡалдырасаҡ. Ғөмүмән, яңы аҡыллы гаджеттар донъяны танып белеүҙә бына тигән ярҙамсы буласаҡ, ти смартфондарҙы етештереүселәр.