“Беҙ авария тураһында ишеткәндән һуң шаңҡыған хәлдәбеҙ һәм фажиғәлә ғәйеплеләр тейешле язаһын алһын өсөн тырышасаҡбыҙ. "Ситимобил" кеше ташыусы түгел, сервистың автомобилдәре юҡ һәм водителдәр өсөн эш биреүсе лә була алмай. Шулай ҙа беҙ һәләк булған ҡыҙҙың ғаиләһенә ярҙам итергә ҡарар иттек,”- тип хәбәр итә компания етәкселәре.
Улар әйтеүенсә, авария яһаған автомобиль, ысынлап та, "Ситимобил"дың партнерыныҡы булып сыҡҡан. Тик машина "Ситимобил" сервисы аша килгән заказдарҙы үтәү өсөн ҡулланылмаған. Автомобиль рулендәге иҫерек компания партнерының водителеме, түгелме икәнлеген лә асыҡларға кәрәк, ти улар.
Барыһы ла асыҡланыр, әлбиттә, тик яңы тормош башларға йыйынып, шатланып йөрөгән ҡыҙ бала ғына юҡ...