Даирә
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Июнь 2020, 19:08

Рәмилде мыҫҡыллау дауам итә...

Байкал аръяғы крайында армияла һигеҙ кешене атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновтың хәлдәре шәптән түгел. Билдәле булыуынса, уны Мәскәүҙәге Сербский исемендәге үҙәккә психолог-психиатрик экспертиза үткәрергә ебәргәйнеләр.Әле

Рәмилдең атаһы Сәлим Шәмсетдинов социаль селтәрҙәр аша сығыш яһап, табиптарҙың уның улын мыҫҡыллауы тураһында һөйләгән. Экспертиза үткәргән саҡта табиптар уны кәмһеткән, насар мөнәсәбәт күрһәткән, көсөргәнеш тыуҙырған. Был турала URA.RU баҫмаһы хәбәр итә.
– Эксперттар һәм институт мөдире улымды мыҫҡыл иткән, уның кешелек дәрәжәһен кәмһеткән. Ошо сәбәпле адвокаттарҙа экспертиза һөҙөмтәләренең ғәҙеллегендә шик тыуған, – тигән атай кеше.
Адвокаттар тәфтиш сере арҡаһында экспертиза буйынса хәлгә комментарий бирмәй. “Ысынлап иҫкәрмәләр бар, тик әлегә улар тураһында һөйләргә ярамай”, - тигән адвокаттарҙың береһе Рауил Туғушев.
Үҙәктә был турала әлегә бер нимә лә өндәшмәйҙәр. Сәлим Шәмсетдинов һәм адвокаттар Рәмилдең экспертиза һөҙөмтәләрен баһалау өсөн Санкт-Петербургтың махсуслаштырылған клиникаһына ебәрергә йыйына. Бойондороҡһоҙ экспертиза бер аҙна самаһы ваҡытты аласаҡ. Әгәр ул тулы булмаған тикшереүҙе асыҡлаһа, адвокаттар тағы бер экспертиза үткәреү юлламаҡсы. Бының тағы ай ярым ваҡытты алыуы бар.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева
"Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас в