Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Июнь 2020, 16:19

Батыр егетте тыуған яғында ерләнеләр

Өфөлә һыуға батып барған баланы ҡотҡарған 19 йәшлек егетте тыуған яғына оҙаттылар. 16 июндә Хажиморат Каландаровты Тажикстандың Рудаки районындағы Мәүләүи ауылында ерләгәндәр. Егетте һуңғы юлға оҙатырға күп кеше килгән.

Хажиморат эшҡыуар Сәидәкбәр Каландаровтың ғаиләһендә өсөнсө бала булған. Атаһы һүҙҙәренә ҡарағанда, улы изге күңелле, ярҙамсыл булып үҫкән. Ул бер ҡасан да эргә-тирәһендәгеләргә ярҙам итеүҙән баш тартмаған. Был хаҡта “Радио Озоди” баҫмаһы хәбәр итә.
– Ул шиғырҙар, йөҙөргә һәм футбол уйнарға ярата ине. Рәсәйҙең юғары уҡыу йотонда белем алырға һәм яҡшы белгес булырға хыялланғайны. Был хыялдарына тормошҡа ашырға яҙмаған, – тип белдергән егеттең атаһы.
Фажиғә 7 июндә Өфөләге “Ҡояшлы” пляжында теркәлгәйне. Хажиморат дуҫтары менән яр буйында ял иткән. Бала тауышын ишеткәс, улар шунда уҡ ярҙамға ташланған. Тик бына Ходжимурод үҙе генә һыуҙан кире сыға алмаған.
Башҡортостан Хөкүмәте, тажик студентының батырлығына рәхмәт йөҙөнән ҡағиҙәнән тайпылып, уны тыуған яғында ерләүҙе ойошторҙо. Тик машина водителенең тән температураһы күтәрелеп китеү сәбәпле, беренсе машинаны Рәсәй - Ҡаҙағстан сигенән кире борғандар. Әммә Хажимораттың мәйете башҡа водитель тарафынан барыбер кәрәкле урынға алып барып еткерелгән. 15-е көндө алып ҡайтырҙар тип көткән егетте 16 июндә урынға барып еткәс тә ерләгәндәр.
Фото: rus.ozodi.org.
Автор: Айһылыу Низамова
"Башҡортостан"гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в