Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Июнь 2020, 12:11

Баҡса еләгенән тәмлекәс

Баҡсала еләктәрҙең ҡыҙарып, һутланып бешкән сағы. Ашап та, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп тә ҡалайыҡ. Шулай уҡ еләктән телде йоторлоҡ тәмлекәстәр әҙерләргә мөмкин. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға шундай бер рецепт.Бының өсөн ярты килограмм ҡатлы ҡамыр, 300-400 грамм баҡса еләге,

өс аш ҡалағы шәкәр, 10 грамм ванилле шәкәр, бер йомортҡа һарыһы, он, кукуруз крахмалы кәрәк.
Тәүҙә шәкәрҙе ванилле шәкәр менән бергә бутайбыҙ. Шунан ҡатлы ҡамырҙы йәйәбеҙ. Киҫәктәргә бүлеп еләктәрҙе һалабыҙ. Еләктең һуты аҡмаһын өсөн ярты сәй ҡалағы крахмал өҫтәйбеҙ. Бер сәй ҡалағы шәкәр ҡатнашмаһы ҡушып ситтәрен бөкләйбеҙ. Артабан форманы майлап, тәмлекәстәрҙе теҙәбеҙ. Өҫтөнә йомортҡаның һарыһын һылап, бер нисә урындан тишәбеҙ.
Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 15 минут тирәһе бешерәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Автор: Рисаля Юмагулова
Фото: Т.Роза
Читайте нас: