– Бөгөн бәләкәй һәм урта предприятиеларға ярҙам итеүҙең тағы бер формаһын ҡулланырға булдыҡ. Тышҡы баҙарға сыҡҡандарға гранттар биреләсәк. Экспорт – ул иҡтисади үҫешкә тура юл, быны кешелек тарихы бер нисә быуат дауамында дәлилләй. Шуға күрә беҙҙең бөгөнгө ҡарарыбыҙ ике плюстың берҙәмлеге – ауыр хәлдә ҡалған бәләкәй предприятиеларға ярҙам һәм республиканың экспорт потенциалын үҫтереү, - тине ул.