Мәҙәни сараны Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы – Латыш тарих-мәҙәни үҙәге уҙғарҙы.
Был хеҙмәттең авторҙары батырға арналған эште йөкмәткеле итеп бирергә, хатта бәләкәй генә деталде лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышҡан. “Салауат Юлаев йондоҙо аҫтында”ны ҡарағандар башҡорт ҡаһарманының тыуған көнөнән алып һуңғы һулышынаса арауыҡ - бар тормош юлы менән танышыу мөмкинлегенә эйә.
Быйыл милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тула. Ошо уңайҙан республикабыҙҙың бүтән район һәм ҡалаларында ла төрлө саралар үтә. Баймаҡ районының Темәс ауылындағы “XVIII быуат осоро экспонаттары, Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡандарҙың ҡорал макет-муляждары” тигән видеояҙманың онлайн исем туйы һәм Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылындағы “Салауат тоҡомдары сигенә белмәй” тигән онлайн ғаилә квесты - быға асыҡ миҫал. Тәүгеһенә – Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – “Темәс” башҡорт тарих-мәҙәни үҙәге, ә икенсеһенә Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – Рус тарих-мәҙәни үҙәге яуаплы ине.