Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 01:17

"Үлтереп ергә тыҡтың да рәхәтләнеп йырлап йөрөйһөң..."

Йырсы Илһөйә Бәҙретдиноваға ниндәй ғәйбәттәрҙе, ғәйепләүҙәрҙе көн дә өйөп торалар?

Яратҡан йырсыбыҙ Илһөйә Бәҙретдинова менән донъялағы барлыҡ темаларға һөйләшеп була.

"Өйҙә ултырыуҙың файҙаһы булдымы, Илһөйә?"

"Урманда ландыш сәскәһенең үҫкәнен һуңғы тапҡыр 17 йәшемдә күргәнмен икән. Мәктәпте тамамлағас, «Һуңғы ҡыңғырау»ға йыйғанбыҙ. Шунан бирле урманға барып, иркенләп ландыштар, юҡ, ғөмүмән, сәскә йыйып йөрөгәнем булмаған минең! Улым менән һөйләшеп ултырыу, күптән осрашмаған кешеләр менән оҙаҡ итеп телефондан аралашыу, башынан аҙағына тиклем йөҙәр мәртәбә йортто йыйыштырыу – бына өйҙә тороуҙың файҙаһы. Эйе, "Ҡазанға килеп, матур күлдәктәр кейеп, ресторандан ресторанға йөрөй инегеҙ, шул кәрәк һеҙгә" тигән йөкмәткеле хәбәрҙәр бик күп килә. Беҙҙең арҡала сереп байып бөттөгөҙ, тигән бик ҡыҙыҡ фекер йәшәй бит халыҡта. Концерттарыбыҙға көсләп саҡырмайбыҙ ҙа, үҙ теләктәре менән киләләр. Килеп ҡарау ғына түгел, сәхнә артына инеп, матур-матур һүҙҙәр әйтеп, фотоға төшәләр, маҡтайҙар... Аҙаҡ шул уҡ кешеләр Инстаграмға йәмһеҙ һүҙҙәр яҙып ҡуя. Һөнәрем мәжбүр итмәһә, мин, ғөмүмән, Инстаграмда ултырмаҫ инем. Кеше тормошо ҡыҙыҡ түгел. Миңә иң элек үҙемдекенең осона сығырға ине әле… Социаль селтәрҙәр шул яғы менән насар – кеше һүҙе өсөн яуаплылыҡ тоймай, язаһыҙ ҡала".

"Илфаҡ Шиһаповтың арабыҙҙан китеүенә өс йыл үтте. Уға бәйле ғәйбәттәргә, ғәйепләүҙәргә килгәндә…"

"Көн дә еткерәләр, көн дә! Өйрәндем. Үлгән көнөндә лә миңә яҙҙылар. "Үлтереп ергә тыҡтың да рәхәтләнеп йырлап йөрөйһөң", тиҙәр. Әммә "Бөгөн Илфаҡтың үлгән көнө" тип Инстаграмға ҡуйыу кәрәкме икән? Күңел өсөн эшләнә торған әйберҙәрҙе кешегә күрһәтке килмәй. Мин уны көн дә иҫкә алам. Ҡәберенә лә барам, саҙаҡаһын да бирәм. Бәғзеләр өсөн Илфаҡтың үлемендә мин ғәйепле ҡалдым, һәм ундайҙарҙы уйҙарынан кире ҡайтарырға кәрәкмәй ҙә".

Фото: 100biografiy.ru
Автор: Самат Ғәлин
"Башҡортостан" гәзитенән алынды
Читайте нас: