Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 01:12

Бына һиңә дуҫлыҡ...

Әбйәлил районының Озерный ауылында ике таныш ир табын ҡора. Бер осорҙа хужа йоҡлап китә, ә төн урталарында уянып китһә

Эске табыны ике дуҫ өсөн бик аяныслы тамамланған. Хәл-ваҡиға тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Әбйәлил районының Озерный ауылында ике таныш ир табын ҡора. Бер осорҙа хужа йоҡлап китә, ә төн урталарында уянып китһә, танышы юҡ, уның менән бергә машина асҡысы ла юҡҡа сыҡҡан. Ҡараһа, ишек алдында торған автомобиленән дә елдәр иҫкән.

Зыян күреүсе табындашына ҡаршы полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Тегеһе урланған автомобилдә алыҫ китеп тә өлгөрмәй, ауылдан алыҫ булмаған ерҙә, идараны юғалтып, ҡаршы килгән машинаға бәрелә. Авария урынына килеп еткән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре яман ҡылыҡлы әҙәмде полиция бүлегенә килтерә. Хәҙер кеше машинаһында елдерергә яратыусыға биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.

Фото: Башинформ
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: