Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 17:35

“Без – башҡортлар!” – ти улар, ҡулын йөрәгенә ҡуйып

“Без – башҡортлар” милли хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиев “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына күптән таныш. Радик Рәлиф улы менән берлектә ойошторолған саралар, Башҡортостан Автономияһының 100 йыллығы уңайынан үткәрелгән конференциялар үҙәгендә булдыҡ. Әгәр бөгөн килеп заман талабы, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән башҡорттарҙың инанысы буйынса “Без – башҡортлар” ойошмаһы барлыҡҡа килгән икән, бында уның роле бик ҙур.

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгенә милли асылын танытыуға бөтә ваҡытын, булмышын бағышлау үҙ һөҙөмтәһен бирә. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы менән дә шул уҡ төбәктә ҙур эштәр алып барған милләттәшебеҙҙә милләт ҡанының һәр эшендә, һәр һүҙендә, һәр ғәмәлендә сағылып торғанын күрәм. Быға башҡалар ҙа шаһит. Егет булһа – ут булһын, ут булмаһа – юҡ булһын, тигән әйтем бар. Тап Радик кеүек егеттәргә ҡарата әйтелгән төҫлө ул, сөнки алдына берәй маҡсат алһа, үҙенең хаҡ икәнлеген яҡшы белһә, тарихи ысынбарлыҡ уның яғында икәнен башҡаларға ла танытыу һәләтенә эйә ул. Радик Рәлиф улы менән әңгәмәбеҙ зат-ырыу, йәшәйеш хаҡында булыр.
– Радик, һуңғы йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ме­нән бергә байтаҡ эштәр атҡарҙы­ғыҙ. Телдең һөйләштәре, ырыуҙар хәрәкәтенең эштәре йәнләнеп китте. Шуға ошолар хаҡында ентекләп һөйләшәйек. Һин бит Башҡортос­тан автономияһының башында торған Илдархан Мутиндың туғаны ла әле!
– Ҡайһы еренән башларға һуң, сөнки тамырҙарыбыҙҙы барлай баш­лаған саҡтар уҙған быуатҡа барып тоташа. Минең әти йөрөй-йөрөй ҙә шаярта, нәнәйҙең уҡытыусы булып та коммунист булмауына баҫым яһап, былай тип төрттөрә торғайны: “Һин бит, әбей (ҡәйнәм), уҡытыусыһың, ни өсөн коммунист түгелһең ул, ә?” Дөриә нәнәй нимә тиһен инде, ул бит эсендә тәрән сер йөрөткән булған. Әммә ҡартайған бер көнөндә, әти тағы ла коммунист түгеллегенә баҫым яһай башлағас, 92 йәшлек нәнәйем барыһын да һөйләне. Өйҙә күмәкләп йыйылғайныҡ. Нәнәйем хатта Илдар­хандың фоторәсемен сығарып күрһәт­те. Беҙ уны хәҙер эҙләйбеҙ, әммә таба алмайбыҙ. Әллә китап араһында ҡыҫылып ҡалды ул, әммә һаман таба алған юҡ. Уйлап ҡарағыҙ әле, ғүмер буйы йөрөткән, үҙендә һаҡлаған бит ул ғаилә серен, ошо фотографияны.
Нәнәй былай тип дауам итте: “Беҙ – халыҡ дошманы нәҫеленән. Мине шуға коммунистар партияһына ла алманылар. Гел йәшеренеп йәшәнек. Ғариза яҙып ҡараған булдым, әммә барыбер алманылар. Бала саҡта Илдархан, ауылға ҡайтып, Сәлиха менән икебеҙҙе Яңы Мыштым ауылынан Өфөгә алып китте, шулай уҡырға керҙек. Бында Илдархандың фатирында йәшәнек...”
– Тимәк, Өфөлә Башҡорт авто­номияһы башында торған шәхес­тең йорто булған?
– Эйе, ул йортта хатта Илдархан Мутин йәшәүе тураһында мәғлүмәт тә торған. Ул бит финанс, хәрби ғәскәр буйынса ла республикала етәксе булған кеше. Салауат Ишмөхәмәт улы әйтеүенсә, ул алтаҡта әлегә тиклем торған, бынан бер нисә йыл элек кенә юҡҡа сыҡҡан.
Нәнәй – Илдархан Мутиндың бер туғаны Гөлсәмиғаның ҡыҙы. Улар күмәк бала үҫкән, 15 ҡыҙ ҙа бер малай булырға тейеш. Төрлө яҙмаларҙа төрлөсә күрһәтелә. Сәлиха Мутиндар ғаиләһен ҡырған ваҡытта һике аҫ­тында йәшенеп кенә иҫән тороп ҡала, бөтәһен дә үлтереп китәләр. Йылдар үткәс, мин Сәлиха әбейҙе барып таптым. Туғандар икәнен һиҙҙергәндәре булманы, әммә барыбер аралашып йәшәгән булғандар. Альбомдарында беҙҙең туғандарҙың, әти-әниҙәрҙең рәсемдәре килеп сыҡты. Был фото­ларҙы күреп тетрәнеп киттем. Улар бит, тимәк, ҡасан да булһа Мутиндар нәҫеленең милләт өсөн вафат бул­ғаны асыҡланыуына өмөт итеп, уларҙың хаҡ юлда булыуын белеп йәшәгән. Күңелдәре менән бер ҡасан да туғанлыҡ ептәрен өҙмәгәндәр!..
Ике ҡыҙ Өфөлә матур ғына итеп уҡып киткән. Әммә 1933 йылда Илдархан ҡайта ла: “Ҡыҙҙар, мине Мәскәүгә саҡырҙылар, һеҙҙе ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсерҙем, йыйынып ауылығыҙға ҡайтығыҙ, әммә минең туған икәнлекте бер кемгә лә әйтмәгеҙ”, – ти һәм юлға сыға. Ҡыҙҙар ауылға ҡайтыуға, НКВД-ла эшләгән туғандары килеп, өйҙә булған бөтә документтарҙы, фоторәсемдәрҙе йыйып, ҡара яулыҡҡа төрөп алып сығып киткән. Асҡын районынан беҙҙең туған тейешле кеше ул, әле лә балалары менән аралашабыҙ. Ейәнсәре Рәүиҙә апай Ҡашҡа ауылында йәшәй. Документтар ҙа, ҡара яулыҡ та, әлбиттә, юҡ. Улар, моғайын, туғандары файҙаһына юҡ ителгәндер.
Документтар юҡ булғас, барыһына ла яңыны тултыралар, ә унда бары­һының да атаһы итеп төрлө-төрлө исемдәр яҙыла. Юл яҙлыҡтырыр өсөн эшләйҙәр быны. 94 йәшенә етеп, ошоно һөйләгән нәнәй оҙаҡ торманы, әммә ул иң кәрәген әйтеп китте. Беҙ хатта аптырай торғайныҡ, ниңә Гөлсәмиға нәнәй яҡлап туғандары юҡ икән тип. Баҡтиһәң, ул үҙе лә ғүмере буйы туғандары барлығын белһә лә, йәшереп тотҡан. Заманаһы шулай булған бит!
Таҡталасыҡ ауылына (Татарстан­дың Аҡтаныш районы) Гөлсәмиға нәнәйем Люциә апа менән барған. Ундағы зыярат ҡаршыһында ҡарағай­ҙар үҫә. Мутиндарҙың өйҙәрен юҡ итәләр бит инде. Уны һүтеп, балалар йорто эшләйҙәр. Әммә шул нигеҙгә барып, шул ерҙәрҙе ҡарап йөрөгәйнек, тип хәтерләй әниҙең апаһы. Улар ҡа­рағайҙар менән генә һөйләшеп, туған­дарына ла кермәй ҡайтып китәләр.
– Белеүемсә, ул матур ҡара­ғай­ҙар әле лә тора. Аҡтаныш районы­ның Таҡта­ласыҡ ауылына барып, Мутиндарҙың ҡәбер таштарын ҡуйҙығыҙ бит әле?
– Дөрөҫөн әйткәндә, Илдархан Мутиндың кемлеген халыҡ тулыһынса аңлап та, баһалап та бөтмәй әле. Ул бит Башҡортостан автономияһы өсөн янып, ҙур хыялдар менән йәшәгән, оло эштәр башҡарған, аныҡ маҡсат­тар менән атлаған кеше була. Финанс министрлығын етәкләй, хәрби эштәр министры ла була. Статистик мәғлү­мәттәрҙе лә ул туплап, ошо эште ойоштора. Хәҙерге кеүек компьютерҙа башҡарылмаған бит эштәр, кеҫә телефондары ла булмаған. Ул халыҡты туплай, йәлеп итә белгән.
2016 йылда Аҡтанышта ҙур сара уҙғарҙыҡ. Мутиндарҙы таптыҡ, туған­дарыбыҙ артты. Бер ауылдан ғына улар ғаиләһенән 27 кеше золом ҡорбаны булған. Былар – тарихи дәлил. Шул фамилия өсөн генә улар­ҙы эҙәрлекләгәндәр. Ҡайһы берәүҙәр, беҙ – икенсе Мутиндар, тип ҡотолоп ҡалырға тырыша. Хатта милләтен үҙгәртеп, үҙҙәрен мари тип күрһәтеү­селәр ҙә табыла.
Шәжәрәләрен ҡарайһың, бөтәһе лә бер епкә барып тоташа. Кешеләрҙе ғәйепләп булмай, заман барыһын да көбәк аҫтында тота. Әле Таҡталасыҡтағы Дилария апай менән бәйләнеш тотабыҙ. Ул китапханала эшләп, ялға сыҡты, күп уҡыған, күп белә. “Без – башҡортлар!” – тип тора. Ғамил Афзал менән Мөхтәр Мутинға хәтер ташы асҡанда, Илдархан менән Тимер Мутинға ла ҡуяйыҡ әле, тип был эшкә тотондоҡ. Әйткәндәй, Таҡталасыҡта Мөхтәр Мутин урамы ла бар.
Бик йән әрнеткес мәлдәр ҙә булды эш барышында, шуға күрә мин һинән ҡайһы урынынан һөйләй башларға һуң, тип һораным, сөнки бөгөн дә һәр ынтылыш еңел генә атҡарыла, тип әйтеп булмай. Ҡәбер таштарын матур итеп эшләтеп, ауылға алып барҙыҡ. Оло-оло таштарҙы күтәрергә кәрәк бит инде, халыҡ йыйылып китте. Кешеләр һөйөндө, бабайҙарҙың күҙенә йәш эркелде: “Беҙҙең шәхес­тәребеҙҙе ҙурлап, ҡайҙан-ҡайҙа ҡәбер таштары килтереп ҡуйҙығыҙ, рәхмәт!” Илай-илай һалдылар таштарҙы. Халыҡ шул тиклем рухланып, көс алып ҡалды был саранан. Ҡәбер таштарына башҡортса яҙып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән бер­лектә сара уҙғарып, бөйөк шәхес­тәрҙең исемдәрен мәңгеләш­тереп ҡайттыҡ. Әлбиттә, таштарҙы дөрөҫ ҡуйылмаған тип кире алдыртҡан хәлдәр ҙә булды. Быларҙы хәҙер иҫкә алып тормайыҡ, сөнки эш яйлап булһа ла алға бара.
– Радик, һин “Башҡорт ырыу­ҙары тарихы” йыйынтыҡтарын әҙерләшеүҙә лә ҡатнаштыңмы?
– Бының тарихы бик тәрәндә ята, тип әйтһәм дә була, сөнки ул ваҡыттарҙа бәләкәй инем әле, әммә өйҙә барған ваҡиғаларҙы, кешеләрҙең һөйләшкәнен яҡшы хәтерләйем. Минең әтием Рәлиф Рәхим улы үҙенең башҡорт булыуын яҡшы белде, һәр саҡ туғандарға әйтеп торҙо. Абыйҙары – дәрәжәле кешеләр, береһе колхоз рәйесе Индус Бәхтиев булһа, икенсеһе журналист Рәмил Бәхтиев ине. СССР ваҡытында улар барыһы ла, әтиемдең ике туғандары ла үҙҙәрен һәр саҡ “беҙ – татар” тип йөрөнө. Әти һәр ваҡыт ҡаршы төштө: “Юҡ, сез бер нәрсә дә белмисез, без – баш­ҡортлар”, – тиер ине. Ошо бәхәс­тәр, һөйләшеүҙәр миндә ҙур ҡыҙыҡ­һыныу уята торғайны. Тора-бара үҙем дә тамырҙарымды барлай башланым.

Беҙҙә шәжәрә лә бар ине. Әтиҙең әйтеүе бер булһа, бына ошо ете-туғыҙ быуынды сағылдырған ҡартә­тиҙең шәжәрәһендә лә байтаҡ мәғ­лүмәт бар ине. Тағы ла әтиҙең шул һүҙе иҫтә ҡалған: “Без – особый башҡортлар!” Ошо һүҙ менән килешеп, ике туғаны ла башҡорт булыуҙарын таныны.

Йылдар үтеү, тарихи архивтар, нәҫел-ырыуыңды барлау өсөн мөм­кинлектәр асылыу менән бөтә туған­дар ҙа үҙҙәренең башҡорт икәнлеген белде. Хәҙер барыһы ла: “Беҙ – Гәрәй ырыуы башҡорттары!” – тип тора. Ә бит “особый башҡорт” тип тә әти дөрөҫ әйткән. Аҫаба башҡорт булған улар. Уларҙың борон-борондан килгән ошо ергә хужа булыуы тураһында грамотаһы ғына түгел, әхлаҡи хоҡуғы ла булған. Нисәмә быуын, нисәмә быуат ата-бабаларыбыҙ ошо ерҙе һаҡлаған, ошо ер өсөн ҡанын түккән, ошо ерҙә һөйәктәре ята! Былар бит ҡоро һүҙ генә түгел, ә хәҡиҡәт! Әти менән бәхәсләшкән абыйларының балалары хәҙер миңә килә, китаптар, булған мәғлүмәт менән үҙ-ара уртаҡ­лашабыҙ. Туғанлыҡ ептәрен барлай­быҙ. Иҫән булһа, әти бик ҡыуаныр ине халыҡтың күтәрелешен күреп.

Әнием дә тарих менән ҡыҙыҡһына. Ул үҙенең генә түгел, бар туғанда­рының, яҡындарының шәжәрәләрен төҙөшә, электрон каталог формаһын­да мәғлүмәттәрен туплап бара.
– Башҡортостан телевидение­һында ла байтаҡ тапшырыуҙар сыҡты һеҙҙең ырыу, нәҫел ха­ҡында...
– Һүҙҙе шунан башларға кәрәк: әле минең әти иҫән саҡта беҙ телевидениенан Салауат Ишмөхәмәт улының тапшырыуҙарын ҡарай баш­лағайныҡ инде. Әти был программа­ларҙа үҙенең фекерҙәренә ҡеүәт тапты. Уның туғандары ла миңә әйтә, шылтырата: “Вәт, әйтә был егет! Дөрөҫөн генә һөйләй!” Минең әти вуз бөтөрмәһә лә, бик уҡымышлы булды, үҙ алдына өйрәнде, ата-бабалары һөйләгәнде күп белде. Әле беҙҙең ырыуҙың күтәрелешен күрһә, бик ҡыуаныр ине. Моғайын, ожмахта тойоп яталыр, ул һәр ваҡыт үҙ халҡының улы булды, шуға Аллаһ Тәғәлә урынын йәннәттә иткәндер, тип өмөтләнәм...
Ошо хәлдәрҙән һуң күп тә тормай Салауат Ишмөхәмәт улы Аҡтаныш­башҡа килеп төшмәһенме. Аптыра ла кит! Шәжәрәләрҙе күрһәттек, ырыуыбыҙ тураһында һөйләнек. Аҙаҡ янына барҙым: “Бына мин шул-шул кеше булам, үҙебеҙҙең ырыу тураһында мәғлүмәт йыям, һеҙҙең менән тулыһынса килешәм, әгәр беҙҙән дә берәй ярҙам кәрәк булһа, мин һеҙҙең ҡарамаҡта”, – тинем. Бер нисә айҙан ул бәйләнешкә сыҡты. Үҙе тарихи архивтарҙан алынған, рәүиз әкиәттәренә нигеҙләнгән мәғлүмәттәрҙе күрһәтте. Былар инде беҙҙәге шәжәрәләргә, күңелдәге тойғоларға аныҡ документ ине!
Шулай итеп, 2011 йылда Гәрәй ырыуының беренсе съезын үткәрҙек. Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡарағалпаҡ­с­тан кеүек төбәктәрҙән вәкилдәр килде, ҙур йыйын булды ул. Был халыҡ-ара конференцияны, инфраструктура яғы аҡһау сәбәпле, район үҙәгендә үткәрергә уйланылар. Әммә уның тап Аҡтанышбашта уҙғарылыуы шарт ине, шуға һүҙҙе бирмәнек. Шулай итеп, рәсми асыу Ҡуянға күсерелһә, халыҡ-ара делегаттар ҡатнашлығын­дағы конференция Аҡтанышбашта үтте. Бөгөн Аҡтанышбаш ауылы Гәрәй ырыуын тергеҙеү үҙәгенә әйләнде, тиһәк тә була. Шунан һуң беҙ ең һыҙғанып, бергә-бергә эшләй баш­ланыҡ. Ауылдарҙан шәжәрәләрҙе йыйып, фотоларға төшөүҙе ойоштороп, китап сығарҙыҡ.
– Татарстандың Аҡтаныш райо­нында Башҡортостан автоно­мия­һы башында торған Мутиндарға арналған ҙур сара булды. 500 кешелек район үҙәге мәҙәниәт йорто шығырым тулы ине. Миңә лә ҡатнашырға насип булды ул сарала. Тарихсы егеттәрҙең һәр береһенең сығышын зал тын да алмай тыңланы бит!
– Халыҡ хәҙер тарихын яҡшы белә, үҙенең кем икәнлеген таный. Аҡтаныш райо­ны кешеләре менән аралашып торабыҙ. Автономия ваҡытында был хәрәкәткә тәүгеләрҙән булып Ғариф Мутин ҡушыла. Уның исемен дә мәңгеләштерәһе бар әле.
Башҡорт автономияһы тураһын­дағы документҡа ҡул ҡуйған көндә бөтә ҡораллы һаҡсыларға Ғүмәр Мутин етәкселек иткән. Бына бит улар ниндәй ҡеүәтле, көслө булған! Әйткәндәй, Зәки Вәлиди менән бергә Мөхтәр Мутин Каруанһарайҙы һорап барған булған. Ул бөйөк актерҙы эттәр талап үлтерә, ҡулға алынған кешене юҡ итер өсөн, бәлки, сәйәси заказ да булғандыр инде.
Аҡтанышта миңә һүҙ бирергә тейеш түгелдәр ине сценарий буйынса, әммә бер мәл исем-шәрифемде иғлан итеүҙәрен ишеттем. Әлбиттә, өс йыл рәттән халыҡ араһында урындағы башланғыстар буйынса сығыш яһап өйрәнгәйнем инде, шуға күрә алдан әйтмәй сәхнәгә сығарыуҙарына әллә ни иғтибар ҙа итмәнем һәм йыйылған туған тел, әҙәбиәт уҡытыусыларына, китапханасылар, ауыл хакимиәте башлыҡтары ултырған ҙур залда­ғыларға уларҙың һөйләшендә мөрә­жәғәт иттем. Улар барыһы ла үҙҙә­ренең ата-бабалары, тамырҙары башҡорт икәнен яҡшы белә, тип уйлайым, бары тик әйтергә генә ҡыймауҙары ихтимал.
Ғөмүмән, Башҡортостандың да беҙ йәшәгән төбәгенән, Татарстандың да Минзәлә, Аҡтаныш, Түбәнге Кама, Мөслим, Туҡай һәм башҡа төбәк­тәренән килгәндәрҙе Ҡазанда йәшә­гәндәр үҙҙәре үк “Башкортлар килде” тип ҡаршы ала. Был яҡтарҙа йәшә­гәндәрҙең һөйләше лә, асылы ла башҡортса. Бөгөн тел генә халыҡтың асылы күрһәткесе була алмай. Башҡортса һөйләшә белмәһә лә, милләт өсөн янып торған, аныҡ эштәр атҡарған кешеләрҙе яҡшы беләм. Ғөмүмән, кешеләрҙе теле буйынса түгел, ә халыҡ өсөн, милләт өсөн башҡарған эше буйынса баһалау яғындамын.
– Шулай. Мин дә бик килешәм был ҡарашың менән. Гәрәй ырыуы китабын халыҡ нисек ҡабул итте?
– Халыҡ хәҙер мәғлүмәтте яҡшы ҡабул итә, сөнки китаптарҙа доку­менттарға һылтанма бирелгән, архив материалдарына нигеҙләнгән. Халыҡ алдында намыҫы таҙа был йыйынтыҡ авторҙарының. Ҡырғыҙ ырыуы баш­ҡорттары менән осрашҡанда ҡыҙыҡ хәл булды. Улар исемендә “ҡырғыҙ” һүҙе булғас, үҙҙәрендә лә бөгөнгө ҡырғыҙҙар менән уртаҡлыҡ эҙләйҙәр. Хәлдәр бит улай түгел, бары тик тарихи документтарға күҙ һалырға кәрәк. Илеш районы башҡорттары бөгөн зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө.

Ә бына тарихи документтарҙа нимә яҙылған: “Беҙҙең эраға тиклем IV быуатта Ҡытай ҡәлғәләре янында көслө ғәскәр хасил булған. Улар зәңгәр күҙле, олпат кәүҙәле, һары сәсле, аҡ тәнле. Ир­ҙәренең – ҡулдарында, ҡатындары­ның елкәһендә тамғалар бар. Улар үҙҙәрен ҡырғыҙ тип атай”. Ошо хаҡта Илеш башҡорттары менән осраш­ҡанда әйткәйнем, халыҡ һүҙҙең үҙҙәре хаҡында барғанын аңлап ҡалды. Һәр кешегә аңлатырға, кемлеген төшөн­дөрөргә кәрәк бит.
– Һин төньяҡ-көнбайыш диалектын да яҡлап сыҡтың. Аллаға шөкөр, быйыл ошо һөйләштә диктант та яҙҙыҡ. 50 меңдән ашыу кеше тап ошо юлды һайланы...
– Яҡлап сығыу түгел, тарихи ысын­барлыҡты танырға кәрәк. Баймаҡта ғына йәшәмәй инде башҡорттар. Ғөмүмән, “ысын башҡорт” тигән төшөн­сәне телдән алып ташларға кәрәк. Уныһы ни тигән һүҙ ул? Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек үк башҡорттар! Те­ләйһегеҙме-юҡмы, быны танырға тура киләсәк, сөнки бөтә тарихи документтар ошо хаҡта һөйләй. Ә инде төньяҡ-көнбайыш диалектында уҡытыуға килгәндә, быны мотлаҡ эшләргә кәрәк. Унан башҡорт әҙәби теленә бер ниндәй ҙә зыян килмәҫ. Вариатив төрҙә уҡытыласаҡ ул тел. Беҙҙең төбәктәр өсөн генә дәреслектәр ҙә төҙөп була бит. Әгәр халыҡ үҙенең һәр балаһын һаҡлап ҡалырға теләй икән, тимәк, уларҙың талаптарын да ишетергә тейеш.
Зыялыларҙың да башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын хуплап сығыуын һорар инем. Әлбиттә, төрлө ҡараштар, хатта ҡәтғи рәүештә ҡаршы сығыусылар бар. Уҙған быуатта ике тапҡыр ошо мәсьәләне хәл итергә тырышып, килтереп сығара алма­ғандар. Инде был юлы ла төньяҡ-көнбайыш диалектта һөйләшкән башҡорттарҙың рухи талаптарын, ынтылыштарын аяҡ аҫтына һалып тапаһаҡ, беҙ халыҡты юғалтасаҡбыҙ. Был бит Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы мәлендә генә эшләнә торған эш түгел, беҙ уны дауам итергә бурыслыбыҙ. Башҡорт халҡын берләштереү – бөгөн иң төп мәсьәлә. Тел – шуның бер юлы. Бәлки, иң төп юлылыр әле.

“Мин ысын башҡорт” тигән кешеләр миңә уҙған быуаттың 30-сы йылда­рындағы ысын арийҙарҙы эҙләгән затты иҫкә төшөрә. Бер кемдең дә хоҡуғы юҡ үҙен – ысын, башҡаны ысын түгел тип әйтергә. 45-тән ашыу ырыуы булған башҡорт халҡы көстөң берҙәмлектә, төрлөлөктә һәм тиң хоҡуҡлылыҡта икәнен аңларға тейеш. Беҙҙең берләшер мәлебеҙ етте!

– “Без – башҡортлар” милли ойошмаһының ынтылыштары бөгөнгө республика етәкселеге тарафынан да хуп­ланды.
– Эйе, беҙ был эште күптән алып бара инек. 2015 йылдарҙан республика райондарында осрашыуҙарҙа был хаҡта әйтеп, халыҡҡа фекер еткереп йөрөнөм. Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайында етәкселек алма­шынғас, Әмир Миңләхмәт улы мине ярты ставкаға эшкә алып, ниндәйҙер кимәлдә эштәребеҙ рәсми төҫ алды. Ырыуҙар хәрәкәте менән бергә һәр төбәктә халыҡҡа шәжәрәләрен төҙөп, үҙҙәренең кем икәнен, ата-бабала­рының кемлеген аңлата башланыҡ. Үҙең иғтибар иткәнең барҙыр, Баш­ҡортостандың байтаҡ райондарында халыҡ үҙе үк аптырап: “Беҙнең дәү әтиләр, әбиләр, без башкортлар, ти торғайны, без татар телендә укынык, әммә шәжәрә төзеп, башҡорт булыуыбызны белдек”, – ти. Бына ошо осраҡтар үҙҙәре үк халыҡта башҡорт милли үҙаңы һаҡланыуы хаҡында һөйләй.

Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров үҙ сығышында ниндәй һөйләштә аралашһа ла, әгәр кеше үҙен башҡорт тип иҫәпләй икән, уны ситкә тибергә ярамай, тигән фекер әйтте. Был һөйләмде беҙ үҙебеҙгә ышаныслы ҡеүәтләү һүҙе итеп алдыҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә “Без – башҡортлар” ойошмаһы халыҡ араһында даими эш осрашыуҙары үткәрҙек. Был ара­лашыуҙары әле лә дауам итә, онлайн форматында, тип әйтәйек. Төньяҡ-көнбайыш диалектта диктант яҙыу башҡорттарҙың рухын күтәрҙе.

– Мин ошо диалектта һөйләш­кән­дәрҙе танымаҫҡа тырышыуҙы, тотош бер организмдан ҡулды, аяҡты киҫеп ташларға тырышыу кеүек ҡабул итәм...
– Киҫеп ташлап булмай, сөнки ул – бар. Ул ҡул менән аяҡ бары тик ваҡытлыса ойоған ғына, шуға күрә ҡуҙғатып ебәрергә, уларҙы ла ошо милләт өсөн эшкә егергә кәрәк!

– Эйе, ҡан йөрөй башланы, милли хәрәкәттең бер күренеше булған эш башланды, бара.
– Тап шулай, эште артабан да дауам итергә кәрәк. Беҙ үҙебеҙҙең һүҙҙе әйттек, эште атҡарҙыҡ, ә инде килеп был ғәмәлдәрегеҙҙе туҡтатығыҙ тиһә­ләр, мин белмәйем, эш ҡабат бындай ҡеүәт менән ҡуҙғала алырмы икән? Юҡтыр, моғайын, шуға күрә ең һыҙғанып артабан да эшләргә лә эшләргә. Алда әйткәнемсә, милләтте бер дөйөм әләм аҫтында тупларға кәрәк. Ниндәй һөйләштән, ниндәй ырыуҙан булыуына ҡарамаҫтан.

– Әйткәндәй, һинеңсә, нимә ул шәжәрә?
– Хәҙерге йәштәр менән һөйләш­кәндә мин уларға, шәжәрә – ул резюме, анкета, тип аңлатам. Бөгөн ҡайҙа эшкә барһаң да, башта шуны һо­райҙар. Элек тә шулай булған. Ете быуыныңда яман данлы кеше булһа, ул һинең дә тормошоңа тәьҫир иткән. Мәҫәлән, ат ҡараусы булып эшкә урынлашырға теләгән егеткә: “Туҡ­тале, һинең нәҫелеңдә ат ҡарағы бар бит, ә бер бабаң һуғышта үҙен яугир итеп танытҡан, шулай булғас, мин һине ат ҡараусы итеп ала алмайым, ә походта ғәскәр һалдаты итеп алырмын, моғайын”, – тип яуап ҡайтар­ғандар элек.

Беҙҙең ата-бабалар үҙҙәре тура­һында ғына уйламаған, ә киләһе быуын хаҡында ла хәстәрләгән. Шуға күрә мин бөгөн башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына ҡаршы сыҡҡандарға ла шуны әйткем килә: әйткән һүҙегеҙ өсөн киләсәк быуы­нығыҙ ҡыҙармаҫлыҡ булһын! Һеҙ беҙҙе башҡорт тип һанамағандан ғына, беҙ башҡа милләт булып китмәйбеҙ. Башҡорт асылы – беҙҙең ҡаныбыҙҙа, затыбыҙҙа!

– Бер хәҙистә лә әйтелә бит был хаҡта. Әгәр кеше үҙен атаһының балаһы тип танымаһа, ул тамуҡта яныр тиелгән. Әгәр инде миллә­тенең балаһы булыуын танымаһа, мәңгелек тамуҡта яныр, тип тә әйтелгән...
– Эйе, мин был хәҙисте эш барышында йыш ҡулланам. Юлда булһам да, ҡайҙа барһам да, машинанан “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабын алып, шәжәрәләрен күрһәтәм, аңла­там. Кемлегеңде белмәү бер ғәйеп булһа, ата-бабаң кем икәнен белеп тә, уларҙан баш тартыу – быныһы инде ҙур гонаһ, минеңсә. Кеше булып йәшәгәс, кешесә йәшәргә кәрәк!

– Бөгөнгө башҡорт өсөн иң мөһим өс сифат?
– Башҡорт иң тәүҙә ырыуын белергә тейеш. Икенсенән, шәжәрәһен төҙөргә бурыслы. Бөгөн быны эшләүе ауыр түгел. Өсөнсөнән, башҡорт кешеһе башҡаларға өлгө булып, киләсәк быуыны улар менән ғорурланырлыҡ итеп йәшәргә тейеш.

Автор: Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште
Читайте нас: