Күршеләре йортта сабыйҙарҙың ҡысҡырып илағанын ишетеп, һағайып ҡала. Уяу стәрлеләр аптырап тормай, опекаға шылтырата. Хакимиәт вәкилдәре хәлде үҙ күҙҙәре менән күрә: ике,өс һәм биш йәшлек сабый илап, шешенеп бөткән, бысраҡтар, астар...
Уларҙы ҡалалағы дауаханаларҙың береһенә урынлаштыралар, сөнки приют һәм балалар йорттарында карантин.
Был ғаилә опеканың күҙенә тәүге тапҡыр ғына салынмай, троллейбуста иҫерек өләсәйҙең кескәй ейәнен башы менән иҙәнгә төшөрөп ебәргәнен күреп, халыҡтың таң ҡалғаны иҫтә. Ҡатын аҡланырға тырыша. Тауыш сығыуынан ҡурҡып, троллейбустан төшөп ҡалырға башы етә.
Әле сабыйҙар бер аҙнанан ашыу табиптар күҙәтеүе аҫтында. Бында тәрбиә менән шөғөлләнмәйҙәр, бары ашаталар, уйынсыҡтар килтерәләр. Карантин арҡаһында дауаханаға бер кемде лә индермәйҙәр. Балаларға ярҙамға ирекмән Регина Биргулиева килгән.
-Әсәй кеше һаман да айнымаған, мин уны күргәнем юҡ, уға нисә йәш икәнен дә белмәйем. Опека органдары әйтеүенсә, коронавирус арҡаһында балаларҙың дауаханала оҙаҡҡа ҡалыуы ихтимал. Бөтә өмөт - кризис үҙәгенең әсәне аяҡҡа баҫтырыуҙа ярҙам итеүендә. Әлегә уның балаларын кире алыу мөмкинлеге бар, - ти ирекмән. - Имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе сабыйҙарҙың күңелен күрге, һөйөндөргө килә.
Әгәр ҙә был яҙмыш ҡосағына ташланған ике малайҙы һәм ҡыҙсыҡты уйынсыҡтар, емеш-еләк менән шатландырғығыҙ, ярҙам иткегеҙ килһә, ирекмән Регина менән телефон аша бәйләнешкә инегеҙ:8-919-616-60-26.