Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 15:30

Режим артабан да йомшартыла

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә асыҡланыуынса, республикала коронавирус менән хәл бер ни тиклем тотороҡланған һәм ҡайһы бер йүнәлештәрҙә кәмей башлау теркәлгән. Был турала һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.

– Башҡортостанда ОРВИ һәм дауахананан тыш пневмония менән сирләгән кешеләр һаны кәмей башланы. Уларҙың артыуы һуңғы 1,5 ай дауамында теркәлә ине. Был пациенттар дауаханала күп урындарҙы биләне, - тине ул.
Көн һайын коронавирус менән сирләй башлаған кешеләр һаны ла яйлап кәмей. Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, был еңел һулап, ҡулды һелтәргә тигәндә аңлатмай. Артабан да был йәһәттән көсөргәнешле эш дауам итәсәк. Шулай ҙа бер ни тиклем юғары әҙерлек режимын йомшартыу өсөн урын бар.
Шулай итеп, 29 июндән Башҡортостанда шифаханалар, ял йорттары һәм спорт секцияларына эшләй башларға рөхсәт ителәсәк. Бынан тыш 1 июлдән ҡала ситендәге мәктәп лагерҙары, 3 июлдән мәктәп янындағы лагерҙар эшләй башлаясаҡ.
– Был объекттарҙың асылыуы тик ҡәтғи санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәгәндә генә мөмкин. Улар ҡайҙа үтәлмәй, шунда асылмаясаҡ, – тине Радий Фәрит улы.
Талаптар араһында, бөтә лагерҙар хеҙмәткәрҙәрен мотлаҡ тикшереү бар, барлығы ун меңдән ашыу тест эшләнәсәк.
Башҡа спорт объекттарына килгәндә, улар 9 июлдән асыласаҡ. Бында ла барлыҡ талаптарҙың үтәлеше мотлаҡ.
Фитнес-клубтарға килгәндә, уларҙың етәкселеге күп тапҡырҙар уларҙы асыуҙы һорай ине. Республика етәкселеге уларҙы ла ишетте һәм 22 июндән фитнес-клубтар асыла башлаясаҡтар. Был аҙна дауамында клубтар етәкселеге талаптарға ярашлы биналарҙы әҙерләргә тейеш.
Фото: utv.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: