Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 20:10

Малай өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән булған...

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, 12 июндә республика һыу ятҡылыҡтарында биш кеше батып үлде.

Иң ҡыҙғанысы, улар араһында дүрт йәшлек кенә бала ла бар. Был осраҡ айырыуса тетрәндерҙе.
Ул фажиғә республиканың Дыуан районында булғайны. Бала Мәләкәс йылғаһында батты. Әле был хәлде республика буйынса Тәфтиш комитеты тикшерә.
Асыҡланыуынса, сабый ял көнөнә өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән булған. 12 июнь көндө бала өләсәһенә әйтеп, йылға буйына киткән. Мәләкәс йылғаһы улар йәшәгән йорттан ни бары 100 метрлыҡ алыҫлыҡта ғына булған. 15 минут ваҡыт та үтмәй, өләсәһе ейәнен үле килеш таба.
Тәфтишселәр суд-медицина тикшереүе билдәләгән, ғаилә һәм шаһиттарҙан һорау алына. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк.
Өләсәй өсөн дә, баланың ата-әсәһе өсөн дә әйтеп бөтмәҫлек ҙур ҡайғы был. Бер иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында әллә ни йәшәп тә өлгөрмәгән баланың ғүмере өҙөлдө. Бындай хәлдәр башҡа ҡабатланмаһын ине. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырырға, яңғыҙҙарын, айырыуса бәләкәстәрҙе һыу буйына ебәреү ҡәтғи тыйыла.
Фото: news-r.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: