Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 13:10

Ирәкташҡа юлланғандар...

Кешеләрҙең социаль селтәрҙә бындағы тәбиғәттең ҡабатланмаҫ матурлығы, сихрилығы хаҡында яҙыуына һоҡланып юлға сыҡҡандар һәм уларҙың күрһәткән маршрут тураһындағы мәғлүмәттәренә ышанғандар...

Тик бына, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, интернетта яҙылғандар дөрөҫ булмаған. Унда Белорет районының Тирлән ауылынан Ирәкташҡа тиклемге маршрут оҙонлоғо ете километр тип күрһәтелгән. Ә ысынбарлыҡта иһә ул өс тапҡырға күберәк икән. Өҫтәүенә ир менән ҡатын үҙе менән карта ла, навигация сараһын да алмаған. Ярай әле улар тау итәгендә аҙашҡан. Шуға улар ашығыс ярҙам хеҙмәтенә шылтырата алған. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенә ҡотҡарыусылар патруле етәксеһе Игорь Околзин хәбәр иткән.
Аҙашҡан туристарға бер ҡайҙа ла китмәй, урында көтөргә ҡушылған. Тик улар үҙҙәренең артынан ҡотҡарыусыларҙың киләсәгенә ышанмай, тағы төндә урманда ҡалыуҙан ҡурҡып, ҡайҙа икәнлектәрен дә аңламай, үҙҙәренең ҡарамағына юлын дауам иткән. Бәхеткә күрә, Мисель кордонына алып барған юлға сыҡҡандар. Унда ҡатын менән ирҙе ҡотҡарыусылар тапҡан.
Ошо уҡ көндө Учалы ҡалаһынан бер төркөм туристар уйламағанда бәйләнеш булмаған урында ҡотҡарыусыларға тап булған һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Уларҙың береһе Ирәкташтан төшөп барғанда аяғын имгәткән. Һөҙөмтәлә ҡотҡарыусылар был йәрәхәтләнгән кешене Белорет ҡалаһындағы табипҡа күрһәткән.
“Иң ҡурҡынысы: бындай хәлдәр бер нисә тапҡыр ғына теркәлмәй. Бәләгә тарыған кешеләрҙе ҡотҡарғанда уларҙың тәбиғәткә әҙерлекһеҙ сыҡҡанлығын күрәбеҙ. Йыш ҡына улар кроссовки кейә, бер шешә һыу ала ла юлға сыға... Тағы бер нәмәне һис аңламайым: ниңә кешеләр дөрөҫ булмаған мәғлүмәткә ышана ла, үҙҙәре теләгәнде генә күрәләр? Ә бына бәләгә тарығас ҡына ҡара урмандың ниндәй хәүефле икәнлеге, бындай маршрут буйынса сығыр алдынан ентекле әҙерлек кәрәклеге хаҡында аңламайҙар”, – тип белдергән ҡотҡарыусы.
Фото: ua-vk-ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: