Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 13:15

"Хас та Дим инде..."

«Улдарың музыка менән шөғөлләнмәйме, атаһының юлын дауам итмәҫтәрме икән?» - тип йылдар дауамында минән күптәр ҡыҙыҡһынып һорауын дауам итә. Уларға нимә тип яуап бирергә лә белмәй аптырап ҡала инем. Бөгөн иһә шундай яңылыҡ менән бүлешәм: улыбыҙ Йософ һөнәри студияла тәүге йырын яҙҙырҙы!” - тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты башҡорт рок-музыкаһына нигеҙ һалған легендар Дим Мәннәндең ҡатыны Альбина Ҡоләхмәтова.

– Йософ мәктәптә уҡығанда гел КВН командаһы составында булды. Башҡортостан дәүләт аграр университетына ингәс тә ошо йүнәлештән тайпылмайынса, уҡыу йортоноң мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша башланы. "Автор һүҙе" тип аталған ижади фестивалдә шиғыр ятлау буйынса тәүге урынды алғас иһә улымдың тормошонда ҙур боролош булды, ул күҙ алдымда үҙгәрҙе: эске тойғолары урғылып сыҡҡандай, өр-яңы һулышы асылғандай булды! Шул тиклем илһамланып, бер-ике ай эсендә гитарала уйнарға өйрәнде, әле кларнет серҙәренә төшөнә, артабан скрипкаға тотонорға ниәтләй. Йырҙар ижад итә башланы, һүҙҙәрен дә үҙе яҙа. Әйтәм бит, ҡанына һалынған һәләте бер юлы урғылып сыҡтымы ни!

Ошо көндәрҙә улым миңә ҙур сюрприз эшләне: Ҡазанда һөнәри студияла яҙҙырған беренсе йырын тыңлатты! Был ижад емеше рус телендә, артабан иһә башҡортса яҙа башлайым тип дәртләнеп йөрөй. Әле бүлмәһендә ижад итеп ултырған мәлен шым ғына күҙәтәм дә, хас та Дим инде, тип ҡуям: уның да шулай алдында ҡағыҙҙары тулып ятыр, үҙе ижади мөхиткә башкөллө сумып, бер нәмә лә күрмәҫ, һиҙмәҫ, ишетмәҫ ине...

Эй һөйөнәм балам өсөн! Уның тормошта үҙ юлын табыуын теләйем. Әгәр был юл ижад икән, унан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай икән, шатланасаҡмын ғына. Тик бәхетле, күңеле бөтөн булһын, башҡарған ғәмәлдәренән кинәнес алып йәшәһен, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Альбина Ҡоләхмәтова.

Йософҡа тик уңыштар насип булһын!

Фотолар ғаилә архивынан.

Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас в