Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 17:26

“Үҙебеҙҙә йәшәргә һәм эшләргә теләйбеҙ”,- ти Тажетдиновтар

Һәр кешенең ҡайтып һыйынырлыҡ йылы усағы,тынысланып ял итер урыны булырға тейеш. Ғаилә - ул йылы усаҡ, ә усаҡ янына һәр кеше тартыла.

Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе Зөһрә һәм Айнур Тажетдиновтар ауылда төпләнеп, матур донъя ҡорған йәш ғаиләләрҙең береһе. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы Алмаз, Айвар һәм Данияр үҫеп килә. Балалар, ата-әсә наҙына ҡойоноп, онотолмаҫ мәлдәрен кисерә.Татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар сәләмәт, бәхетле булып үҫә.
Ғаилә ҡорғас та Айнур менән Зөһрә үҙ оялары хаҡында хәстәрләй башлай. Тажетдиновтарға, йәш ғаилә булараҡ, өй төҙөү өсөн ер биләмәһе бирелә. Бындай хәбәр алыу һәр саҡ ҡыуаныслы. Бынан тыш, улар “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” программаһында ҡатнаша. Йәш ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһы ярҙамында Тажетдиновтар ғаиләһе үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшырта алды. Улар тиҙ арала күркәм йорт һалып сыға, ихатаны уратып йәшелсә-емеш, сәскә үҫтереп, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ, быларҙың барыһы ла хужабикәнең матурлыҡ яратыуынан килә. Бәләкәстәре лә ҡулдарынан килгәнсә әсәләренә баҡсала ярҙамлаша. Зөһрә ханым оҙон ҡыш көндәрендә ырғаҡ менән селтәрҙәр бәйләргә лә бик оҫта. Йорт хужаһы төп эшенән тыш, ихаталағы барлыҡ эштәрҙе үҙ ҡулдары менән башҡарырға тырыша. Матур йорт ҡалҡып сыҡҡансы, гараж, аласыҡ эшләп ҡуя. Бөгөнгө көндә уңайлыҡтары булған мунса күтәреү менән булыша.
(Дауамын гәзиттән) уҡығыҙ.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: