Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 13:15

Башҡорт телен популярлаштырыумы, әллә Әлифбабыҙҙан көлөүме?

Йырҙың йыртығы юҡ, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Ә шулай ҙа ошо уҡ халыҡ ҡайһы бер йырҙар менән үтә лә ҡәнәғәт түгел. Ошо көндәрҙә Инстаграм селтәрендә Зәйнетдин, Ришат Рәхимов, Зилиә Бәхтиева башҡарыуында “Башҡортса Әлифба” йыры тирәһендә шау-шыу тынмай.

Музыкант егеттәр яңыраҡ БЮТ каналында барған “Вәссәләм” киске тапшырыуында “Башҡортса Әлифба” йыры менән сығыш яһаған, улар менән йырҙы тапшырыуҙың алып барыусыларының береһе Ульяна Тригубчак та башҡара.
Видеояҙма аҫтында төрлө ҡараш белдергән комментарийҙар йыйылды, әммә уларҙың яҡынса 80 проценты – кире: “Башҡорт әлифбаһынан шулай көлөргә яраймы ни?”, “Былай сыйылдап йырлау ниңә кәрәк?” һәм башҡалар.
Егеттәр үҙҙәре был күренеште уңыш тип һанай.
“Был йыр тулыһынса сыҡҡанға тиклем үҙенә иғтибарҙы йәлеп итте”, – ти Зәйнетдин һәм уның яҙылыу тарихын бәйән итә: март аҙағында Ришат Рәхимов студияла шаярыу ҡатыш мотив уйлап таба, Зилиә Бәхтиева ҡушымтаһын йырлай, Зәйнетдин быларҙың барыһын да яҙҙырырға кәрәк, ти. Бер нисә көндән был йырҙы улар БЮТ каналына алып сыға, май аҙағында Ульяна Тригубчак, “Бишбармаҡ” төркөмө ярҙамында йыр “Вәссәләм” тапшырыуында башҡарыла.
Башҡорт мөхитендә берәй ғәҙәти булмаған күренеш пәйҙә булһа, башлыса, уны тыуҙырғандарҙы ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, моңобоҙҙо, милли үҙенсәлектәребеҙҙе боҙоуҙа, хурлауҙа ғәйепләй башлайҙар. Бигерәк тә атайҙар һәм балалар проблемаһы килеп тыуа. Үҙеңде изоляциялау ваҡытында мендәр һәм йоҡо түшәктәренән кейем эшләп, ҡашмау менән бүрек кейеп видео төшөргән шоумендар Инвир менән Александра Хисаметдинов та ошо рәүешле йәмғиәт тарафынан аңлашылмаусанлыҡҡа дусар булғайны. Хәҙер килеп – Зәйнетдин лейблы артистары. Ә уларҙың тәнҡитселәргә, замана теле менән әйткәндә, хейтерҙарға артыҡ иҫтәре китмәй – бындай иғтибарҙы, киреһенсә, яҡшы пиар тип һанайҙар.
Күпме кеше – шунса фекер. Ә һеҙ ни әйтерһегеҙ?
Фото: скриншот
Автор: Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: