Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 14:15

Башҡа бирсәткәләр кеймәйбеҙ

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимына тағы бер ни тиклем йомшартыуҙар индерҙе.

Шулай итеп, йәйге эҫе көндәрҙә мотлаҡ бирсәткә кейеү талабы юҡҡа сығарылды.
– Көндәр эҫе, ҡул тирләй. Бирсәткә кейеү ауыр икәнлеген аңлайбыҙ. Яйлап ҡына был талапты ғәмәлдән сығарайыҡ. Ҡайғырырға кәрәкмәй, хәҙер бөтә ерҙә лә дезинфекция үткәрелеп тора. Ә битлектәр кейеү әлегә мотлаҡ талап булып ҡаласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Артабан. Бөгөндән, республикала пляждар асыла.
– Махсус әҙерләнгән пляждар бөгөндән асылырға тейеш. Улар күп түгел, Өфөлә ни бары туғыҙ пляж. Тик ҡорамалландырылғандарын ғына асабыҙ. Мин ялдар буйы көйҙөм, һыуҙа кешеләр, балалар бата башланы. Район хакимиәттәре башлыҡтары, быға ныҡлы иғтибар итегеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: mk.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: