Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 13:45

Ҡабаҡтарығыҙҙың япрағы тишкеләнә башлаһа...

Ямғырлы һәм йылы йәй төрлө ҡоротҡостарға үрсергә бөтөн уңайлы шарттарҙы булдырҙы. Айырыуса баҡсаларға зыян килтергәндәр әүҙемләште.

Ҡабаҡ һәм ташҡабаҡтарҙың тәүге япраҡтары күренеү менән уларға зыян килтереүҙәре ихтимал - был бөжәктәр үҫентене бер нисә көн эсендә юҡҡа сығара. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса бүлеге агрономы Гөлиә Дәүләтҡолова был йәһәттән үҙ кәңәштәрен бирҙе.

«Ҡабаҡҡа зыян килтергән төп һәм йыш осраған ҡоротҡос – етен бете (хлопковая тля). Тиҙ тарала, үҫентенең һуты менән туҡлана. Әгәр ҡабаҡтарығыҙҙың япраҡтары тишкеләнә башлаһа, шунда уҡ тейешле саралар күрергә кәрәк. Тәү сиратта түтәлдәр уталырға тейеш. Сүп үләндәре был бөжәктәр өсөн өҫтәмә туҡланыу сығанағы ғына. Бынан тыш, уталмаған сүп үләнендә был бөжәктәр ҡыш сыға.
Үрмәксе талпаны (паутинный клещ) ла былтырғы сүп үләнендә ҡышлай, шунда үрсей. Иртә яҙҙан япраҡтарҙың аҫҡы яғына йомортҡа һала башлайҙар. Һауа торошо +25 градусҡаса күтәрелһә, тиҙерәк үрсейҙәр. Шулай уҡ үҫемлектең һуты менән туҡланалар. Япраҡтың кимерелгән урынында аҡ таптар күрергә була. Ҡоротҡостар күбәйһә, үҫемлектең япрағы сырыша һәм ҡорой башлай. Унда үрмәксе ау ҙа ҡороп ҡуя.
Ниндәй саралар күрергә һуң? Тәү сиратта түтәлде утарға, ерҙе йомшартырға. Түтәл араһына бер аҙ көл һибергә. Был саралар ярҙам итмәһә, бөжәктәргә ҡаршы дарыу ҡулланырға тура киләсәк», - тип кәңәш бирә белгес.
Фото: mir-ogorodnikoff.ru
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас в