Быны дәлилләп, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет үҙ йорто ихатаһында йылан тотҡаны тураһындағы видеояҙманы “Бәйләнештә” социаль селтәренә һалды.
Был һөйрәлеүселәр ауыл хужалығына зыян килтергән, ҡурҡыныс йоғошло ауырыуҙарҙы ташыған сысҡандарҙы һәм ҡомаҡтарҙы юҡ итә. Шуға ла үҙегеҙҙең участкағыҙҙа ҡара йылан йәки туҙбаш күрһәгеҙ, һеҙҙе тик торғандан ҡурҡытырға килгәндәр тип уйламағыҙ. Улар сысҡандарҙы, ҡоротҡостарҙы (тимәк, баҡсағыҙҙа бар) аулай.
Баҡсағыҙға йылан килмәһен тиһәгеҙ, унда тәртип урынлаштырығыҙ, йәғни былтырғы япраҡтарҙы, төрлө сүп-сарҙы йыйыштырығыҙ, төҙөлөш материалдары араһында арауыҡ һәм ярыҡ ҡалдырмағыҙ.
Йылан тешләгән осраҡта, ул урынды жгут менән бәйләп, ағыуҙы һурып алырға кәрәк. Яраны һабынлап йылы һыуҙа йыуырға, йәки составында спирт булған иҙмә менән ыуырға кәңәш ителә. Һыҙланыуҙы баҫҡан дарыу ҡабул итеп, яҡындағы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итеү мотлаҡ.