Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 14:00

Һыуға инеү менән йөрәге туҡтаған...

Кисә баш ҡаланың Ленин районында урынлашҡан пляжда бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән: һыу инергә килгән ҡатын һәләк булған. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.

1975 йылғы ҡатын әхирәте менән “Водник” стадионы янындағы пляжға ял итергә килгән. Улар һыу ҡойоноп сығырға булған. Әммә ҡатын йылғаға аяҡ баҫыу менән иҫен юғалта башлаған. Әхирәте шунда уҡ ярҙамға ташланған, ҡотҡарыусыларҙы саҡырған. “Ашығыс ярҙам”ға шылтыратҡандар. Ҡатын бер аҙ иҫендә булғандан һуң, бөтөнләй тын алмай башлаған. Ҡотҡарыусылар реанимация сараларын күргәс, ул бер аҙға иҫенә килгән, әммә хәле яҡшырмаған.
“Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын йән биргән. Әхирәте әйтеүенсә, уның йөрәге сирле булған.
Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: