Даирә
+6 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
14 Июня 2020, 10:05
Ҡыҫылып ҡалып, сыға ла алмаған...
Сибай ҡалаһында аяныслы юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән: юғары тиҙлектә елгән 18 йәшлек егет, машинаһына идараны юғалтып, юл ситендә үҫкән ағасҡа һуғылған. Бәрелеү шундай көслө булған: водитель йәмшәйгән автомобилдән үҙаллы сыға алмаған.
Добавить в предпочтительные источники Google
Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ҡотҡарыусылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре унынсы моделле “ВАЗ” автомобилендә ҡыҫылып ҡалған егетте ҡотҡарып, дауаханаға оҙатҡан. Ә эргәһендәге пассажиры, шулай уҡ 18 йәшлек егет, бәхеткә күрә, бер йәрәхәт тә алмаған.
Билдәле булыуынса, юғары тиҙлек, юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау ошондай эҙемтәләргә килтерә. Был хаҡта бер ҡасан да онотмайыҡ, үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың һаулығын, ғүмерен һаҡлайыҡ!
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/i-ilip-alip-si-a-la-alma-an-317012/
Читайте нас
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!