Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 11:05

"Йәшәргә кәрәк беҙгә, әбей, йәшәргә!"

– Атаһы! – Ҡабаланып ҡайтып ингән Ғәлимә инәй ҡапыл хәле бөтөп, ултырғысҡа сүкте. – Атаһы!.. Диванда бөршәйеп ултырған Ибраһим бабай яй ғына башын күтәрҙе лә ҡатынына һүҙһеҙ ҡарашын ташланы.

– Атаһы... Мин әле килендә булдым. Ул... Ул... Ауырлымын шикелле, ти...
Бабайҙың ҡарашы ҡатыланды, яурындары турайҙы.
?..
Үҙең беләһең ҡатын-ҡыҙҙың организм үҙенсәлектәрен. Күремем ике аҙна элек килергә тейеш ине, һаман юҡ, ти... Бәлки яңылышалыр, килер, кем белә. Организм бит ул, һәр кемдеке үҙенсә...
Инәй быларҙы һөйләгәндә, бабай тороп киткән, инде әйтелгәндәрҙе ишетмәй ҙә ине.
Абдрахман буласаҡ ул! Абдрахман! – тип ҡабатланы. – Күпмелек булырға тейеш тинең? Әле март... Ҡыш башында тыуасаҡ улым! Ә мин нимә ҡарап ултырам әле?! Уға бит сәңгелдәк, карауат, сана кәрәк...
Ибраһим бабай әбейенең әйткәндәрен дә ишетмәй, ҡабалана-ҡабалана сығып та китте...
...Бер ай элек улдарын юғалтты улар. Һигеҙ бала араһындағы кинйәләрен. Өс йыл элек өйләнеп, ауылда, яндарында, төпләнеп ҡалған, типһә тимер өҙөрлөк ҡәҙерле улдары аварияла һәләк булды. Бөтөн күңелен һалып ҡорған ныҡлы донъяһы, һөйөклө кәләше, башлаған эштәре, осһоҙ-ҡырыйһыҙ хыял-маҡсаттары – барыһы ла бер мәл эсендә торҙо ла ҡалды... “Исмаһам, бәпәйҙәре лә булманы бит...” – тип ут йотто ғәзиздәрен юғалтҡан әсәй менән атай. Һәм әлеге хәбәр...
Ошо мәлдән Ибраһим бабай өйгә ашарға ла йоҡларға ғына инә башланы. Иң тәүҙә күптән ҡулланылмаған элекке сәңгелдәкте эҙләп алды. Интернеттан теге саҡ милли орнаменттар менән заманса биҙәлгән бишектәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡарап ултырғайны. Әле шуларҙы өйрәнеп, сәңгелдәкте оҫта итеп яңыртып та ҡуйҙы. Уның артынса ошондай уҡ дәрт менән, йөрәк йылыһын һалып, балалар карауатына тотондо. Сиратта – сана, ул, күңелендә йөрөткәнсә, хәтәр шәп килеп сығасаҡ. Ейәне, Абдрахманы, шыуып туя алмаҫ, бер ниндәй ауырлыҡ, мохтажлыҡ күрмәй үҫәсәк ул! Ҡулдарында ғына йөрөтәсәк ейәнен!
Ә был мәлдә килендәре ут йотоп, әсе күҙ йәштәрен түгә ине... Дауаханаға барып күренеп килде ул. Табип йөрәкте ярыр һүҙҙәрҙе әйтте: ауырлы түгелһең, ҙур стресс кисергәнлектән, күремең килмәй тора. Дауаланырға кәрәк... Ниндәй дарыуҙар кәрәклеге хаҡында һөйләгәндәрҙе ишетмәне лә ҡатын, уйында ла, күҙ алдында ла тик – ҡайныһы менән ҡәйнәһе. Ниңә генә әйтте теге ваҡытта үҙенең хәле тураһында, ниңә генә өмөтләндерҙе?! Эйе, ысынлап та, ҡара ҡайғы ваҡытында күңелдәренә ҡуҙ һалырға теләгәйне шул. Үҙенекенә лә, өлкәндәрҙекенә лә. Ошо ышаныс ҡараңғылыҡҡа төшкән нур һымаҡ булып, алға, йәшәргә этәргес биргәйне. Алдатҡыс нур... Хәҙер нимә эшләргә? Ҡайныһы менән ҡәйнәһе улдарын икенсе тапҡыр юғалтҡан кеүек тойғо кисерәсәк, бөтөнләй бөгөлөп төшәсәк бит. Юҡ, ул был хәлде күтәрә алмаясаҡ. Китергә, дөрөҫөн яҙып ҡалдырырға ла баш һуҡҡан яҡҡа, алыҫ-алыҫҡа сығып китергә!..
Әбей менән бабай күршелә йәшәгән килененә әҙер сананы күрһәтергә килеп ингәндә, ҡатын ауылда юҡ ине инде. Өҫтәлдә ҡалдырылған хатты уҡығас, өлкәндәр һүҙһеҙ, хәрәкәтһеҙ ҡатып ҡалды. Бер аҙҙан ҡарттың сана тотҡан ҡулдары ҡалтыранып ҡуйҙы. Тик тотҡанын төшөрмәне ул. Санаға, хас өмөтөнә кеүек, сат йәбешкән ине.
Юҡ, әсәһе, бирешмәйек, – тип шыбырланы. – Иң ауырын үткәрә алдыҡ, быныһын да күтәрербеҙ. Мин ошо әйберҙәрҙе эшләгән ваҡытта өҙлөкһөҙ уйландым. Әлегеләй хәл килеп сығырын да тойоп, уға әҙер ҙә инем. Өмөттөң хикмәте сикһеҙ. Рәхмәт киленебеҙгә: иң мохтаж саҡта беҙҙе аяҡҡа баҫтырып ебәрҙе. Ә хәҙер уйлаһаң... Башҡа балаларыбыҙ ҙа бар бит, әсәһе... Ҡайғыға ҡапланып, беҙ уларҙы бөтөнләй оноттоҡ, килгәндәрендә иғтибар ҙа итмәнек, шылтыратһалар – йүнләп һөйләшмәнек. Беҙ бит уларға кәрәк. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә тағы әллә күпме тыуыр. Йәшәргә кәрәк беҙгә, әбей, йәшәргә, өмөттән өҙөлмәҫкә...
Фото: Т.Роза
Автор: И. Ҡорманғәлиева
Читайте нас: