Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 18:21

Владимир Познер: "Белорет малайына ярҙам итәйек!"

Баланың диагнозы бик ҡаты – Юинга саркомаһы тип аталған онкологик сир. Әле ул Сеул клиникаһында дауалана.

Билдәле журналист Владимир Познер Рәсәй халҡына Башҡортостанда йәшәгән һигеҙ йәшлек Ярославҡа ярҙам итеүҙе үтенеп мөрәжәғәт итә. Малайҙың диагнозы бик ауыр – Юинга саркомаһы тип аталған онкологик сир. Әле ул Сеул клиникаһында әсәһе менән дауалана, баланың ғүмере өсөн иң яҡшы табиптар көрәшә.
Познер ауырыу малайҙың хәле тураһында Башҡортостандан үҙенә килгән хат буйынса белгән. Ярослав ике йылдан ашыу яман шеште еңергә тырыша. Батыр малай 200-ҙән ашыу химия терапияһы үткәрә, бер нисә тапҡыр нур терапияһы ала, өҫтәүенә өс ҡабырғаһын операция менән алырға тура килә. Малайҙың ғаиләһе ике миллион һумға яҡын аҡсаһын тотонған, тик дауа үтә ҡиммәт, йәнә өс миллион һумға яҡын аҡса талап ителә. Познер тәүгеләрҙән булып Татьяна Антошкинаның картаһына 600 мең һум күсергән, кеше бәләһенә битараф булмаған рәсәйҙәрҙән ярты миллион һум аҡса йыйылған. Дауалауҙы дауам итеү өсөн тағы аҡса кәрәк. “Баланың һауығыуы өсөн мөмкинлек бар, әйҙәгеҙ, унан файҙаланайыҡ!” - ти Владимир Познер. Малайҙың әсәһе Татьянаның телефон номеры: 8-965-923-49-26.
Фото: шәхси архивтан, "Бәйләнештә".
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: