Ул “Jeep Grand Cherokee” автомобилендә ҡаршы һыҙатҡа сығып, “Lada Granta” фургонына бәрелә, һөҙөмтәлә был машинаның 57 йәшлек водителе күп ҡан юғалтыуҙан дауаханала йән бирә. Артист үҙе зыян күрмәгән, уны өй һағы аҫтына ултыртҡандар, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Хәҙер инде айнығас, хәленең хөртлөгөн аңлаған Михаил Ефремов һәләк булған Сергей Захаровтың ғаиләһенә ярҙам итергә әҙерлеген белдергән. Мәрхүмдең туғандарынан ғәфү үтенгән. Тик кешене кире ҡайтарып булһа икән...