Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 12:45

Ситкә сығарып күмеп ҡуйған да...

Башҡортостанда үҙ үлеме менән үлмәгән билдәһеҙ кеше мәйетен тапҡандар. Тикшереү барышында уның шәхесе, шулай уҡ был енәйәткә ҡағылышы булған шикле әҙәмдең кемлеге асыҡланған.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мәйет 27 майҙа Өфө районы Ҡармасан ауылы янында табылған. Оператив-тикшеренеү эштәре уның былтыр майҙа эҙһеҙ юғалған 50 йәшлек Кушнаренко кешеһе икәнлеген билдәләгән.

Тәфтишселәр фаразынса, былтыр 1 майҙа байрам итеп ултырғанда 50 йәшлек ир менән 18 йәшлек егет араһында ыҙғыш сыға. Талаш олоға китеп, һуғышҡа әйләнә. Егет кеше иргә тәүҙә ултырғыс, шунан тимер торба менән бер нисә тапҡыр һуға. Унан бысаҡ алып, табындашының эсенә, аяғына биш тапҡыр сәнсә. Алған йәрәхәттәрҙән ир шунда уҡ йән бирә.

Енәйәт эҙен йәшереү маҡсатында егет үле кәүҙәне ситкә сығарып, Ҡармасан ауылы эргәһенә күмеп ҡуйған, ә үҙе йәшенеп йөрөгән. Тикшереү барышында уның ауыр енәйәттә ҡатнашы барлығы асыҡланып, ҡулға алынған. Әле тикшереү дауам итә.

Фото: gradnews.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
"Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: