Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 16:03

Өс баланы етем ҡалдырған, өсөһөн һәләк итә яҙған...

Бынан бер көн элек төндә Туймазы районында, Бәләбәй - Николаевка – Туймазы – Баҡалы юлында "Volkswagen Passat” һәм "Лада Гранта” автомобилдәре бәрелешкән, тип хәбәр иткәйнек. Сит ил машинаһына - 45, Рәсәйҙекенә 43 йәшлек ирҙәр идара иткәне мәғлүм.

Бәрелешеү шул тиклем көслө булған: ике автомобиль дә юл ситенә сығып осҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Лада”ның водителе һәм уның 29 йәшлек пассажиры һәләк булған. Сит ил машинаһындағы 39 йәшлек пассажир ҡатын да ҡаты йәрәхәтләнгән.
Бөгөн иһә аяныслы ваҡиғаның дауамы билдәле булды. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә. Алкоголь ҡулланыуға тикшереү үткәреүҙән баш тартҡан "Volkswagen Passat”тың водителе хәрәкәт ваҡытында ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм “Лада Гранта”ға бәрелгән. Рәсәй автомобилендә 43 йәшлек Владислав һәм 29 йәшлек Эмиль исемле туғандар китеп барған. Улар авариянан һуң бер ни тиклем иҫендә булған, медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргәндәр. Ике ирҙең дә ғаиләһе һәм балалары булған. Владиславтың 18 һәм 10 йәшлек ҡыҙҙары ҡалғаны мәғлүм. Эмилдең ҡыҙына – йәш ярым.
"Volkswagen Passat” автомобиленең водителенә килгәндә, хоҡуҡ һаҡлау органдары хәбәр итеүенсә, был ир машинаға идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған һәм быға тиклем дә юғары тиҙлектә ҡыуғаны билдәле.
Унан тыш, сит ил автомобилендә ете йәшлек бала һәм тағы ла ике сабый булғаны мәғлүм. Әлдә Хоҙай уларҙы аралаған... Ә шаһиттар сит ил автомобилендә яраланған 38 йәшлек ҡатындан да алкоголь еҫе аңҡып торғанын белдергән.
Фажиғәле вафат булған ирҙәрҙе иртәгә ерләйәсәктәр. Яҡындары һәм дуҫтары уларҙы эшһөйәр, ғәҙел, ипле кешеләр тип телгә ала. Машинаға идара итеү танытмаһы булмайынса рулгә ултырып, шундай аяныслы фажиғәнең сәбәпсеһе булған әҙәм тейешле язаһын алыр тип өмөтләнәйек.
Фото “Комсомольская правда” порталынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
"Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: