“Һуңғы ваҡытта дуҫтарым һәм таныштарым минән йыш ҡына, дәүләт хеҙмәтенән отставкаға китһәм, нимә менән шөғөлләнерем хаҡында һорай. Шуны аныҡ әйтә алам: ошолай итеп былау бешерә белгән кешеләр бер ваҡытта ла эшһеҙ ҡалмаясаҡ. Әйткәндәй, был ризыҡты миңә армияла үзбәк егеттәре әҙерләргә өйрәтте. Нисәмә йыл ваҡыт үтте, ә мин һаман да улар өйрәткәнсә бешерәм.
Әммә бөгөнгө һүҙҙәремдең асылы саҡ ҡына башҡа нәмә тураһында: мин, һәр ир-егет ашарға бешерә белергә тейеш, тип һанайым һәм ошо фекеремә ныҡлы ышанам. Был – әйтәйек, ҡатыны үпкәләгән хәлдә лә, уның ас ҡалмаясағына гарантия. Ғөмүмән, һәр ир-егет кәм тигәндә бер-ике һөнәргә эйә булырға тейеш. Мин быны айырыуса чиновниктарға төбәп әйтәм. Һәм ул шөғөлдәрҙең береһе эшсе һөнәре булһа – тағы ла яҡшыраҡ. Байрам менән!” – тине Радий Хәбиров видеояҙмала.
Фотолар: видеонан скриншот.
Видео Р. Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.