Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 14:25

Петрушка сирҙе онотторор

Ҡан баҫымығыҙ күтәрелеп йонсотамы? Баҡсалағы ябай тәмләткес ярҙамға әҙер. Сәләмәт булайыҡ!

Петрушканың тамырын таҙартып йыуып, ваҡ итеп турайбыҙ. Уның бер стаканына ике стакан һөт ҡойоп, оҙаҡ ҡына - яртыһы кәмегәнсе ҡайнатабыҙ. Һыуытып, һығып алғас, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ҡан баҫымы ҡапыл күтәрелеп китһә, был шыйыҡсаны бөткәнсе эсергә кәрәк.
Халыҡ медицинаһы иҫкәртеүенсә, петрушкалы һөт менән дауаланаһығыҙ икән, спиртлы эсемлектәр артабан бөтөнләй тыйыла.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас в