Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 12:25

Ҡороновирус

Сәмси ҡарт ҡаты ауы­рыуға тарыны. Сирҙең дә ниндәйе бит әле, бар донъяны теҙ сүк­тер­гән, ҡарабойҙай менән бәҙрәф ҡағыҙҙарын һатыусыларҙы байытҡан коронавирус! Телевизорҙан был зәхмәттең тәүге билдәләрен әйтеп ике көн дә үтмәне, башым үлтереп ауырта, тамаҡ төбө ҡысыта, ҡыл өҙөрлөк тә хәлем юҡ, тип йәйен бажа­һынан ҡалған битлекте кейеп, түшәккә ятты ҡарт.

“Юлы, газы, башҡаһы был төпкөлгә килеп етмәгәнде бы­ныһы нисек беҙҙе тапҡан”, – тип әбейе бер-ике көн илаш­тырҙы ла туҡтаны. Дөрөҫөрәге, яҙмышына күнде шикелле. Хә­ҙер юҡ-юҡта, исмаһам: “Һы­йыр­ҙарым быҙаулай башлаһа, төндәрен уларҙы ҡарарға яңғыҙым нисек сығырмын да бер үҙемдең генә пенсияма нисек йәшәрмен икән?” – тип тә һөйләнмәй тамуҡ киҫәүе. Шатлығынан йәйелгән ауыҙын күрһәтмәҫ өсөн башын баҫып, аҫтыртын ғына йылмайып тик йөрөй. “Ирҙән бер мин генә ҡалғанмы?! Элек йә эсеп, йә өйөр айғыры кеүек һулға сығып китергә күҙҙәре алаҡандап ҡына тороп йонсотто. Хәҙер көнө-төнө өйҙә булғас, тәүле­генә бер нисә тапҡыр ашарына бешереп, мал араһында йөрөп бысранған кейемдәрен йыуып аҙапланам. Тол-фәлән ҡалһам, яңғыҙаҡ әхирәттәрем кеүек өйҙән-өйгә ҡунаҡҡа барышып, иң мөһиме, “Ағинәйҙәр ҡоро”на яҙылып, теттереп йәшәп ҡа­лыр­мын. Унда йөрөһәң, көндөң нисек үткәне лә, пенсияның ҡайһы арала килеп еткәне лә һиҙелмәй ҡала, тиҙәр. Аҙна һайын тиерлек үткәрелгән бәлеш, ҡоймаҡ байрамдарында йырлап-бейеп, бер тама­ғымды нисек тә туйҙырырмын әле”, – тип татлы хыялдарға бирелеп тик йөрөй.

Сәмси ҡарт әбейенең уйҙарын энәһенән-ебенә тиклем үк белеп бөтмәһә лә, тамшанып ҡуйған ирендәренән шулай икәне һиҙенә. Ни тиһәң дә, илле йылға яҡын бергә йәшәлгән бит. Ым-ишараны ғына түгел, ҡайһы саҡта уйҙарын да уҡып була бергә торған кешеңдең.

Табиптар, коронавирустың эҙемтәләре ике аҙнала ныҡлы асыҡлана, шул арауыҡта кеше араһына сығырға ярамай, ти. Сәмси ҡарттың карантины иһә алдараҡ тамамланды. Дөрө­ҫөрәге, әбейе нөктә ҡуйҙы. Ауырыу булған өйҙө йыш йыуып-таҙартып торорға ҡуша ана телевизор ҙа. Иләҫ-миләҫ уйҙар солғанышында, етмәһә, әйләнгән һайын ҡулын йыуып, тоҙло һыу менән тамағын сайҡап йөрөп, башта Мөйми ҡарсыҡтың был эшкә ҡулы теймәй торҙо. Шуға ла аҙна самаһы ваҡыттан һуң ғына тотона алды.

Иҙән йыуғанда Сәмси ҡарт ятҡан карауат аҫтында һыулы сепрәге нимәгәлер эләгеп сыҡмағас, фонарь яҡтыртып ҡараны. Ә унда... гонаһ шомлоғо! Әллә бабайы үҙенә үҙе яһалма тын алдырыу аппаратын әтмәләп ҡуйған инде? Булыр ҙа, был заманда үҙеңде үҙең ҡарамаһаң, кемгә хәжәтең бар? Ярҙам ҡулы сит илдәргә генә һуҙыла бит. Әммә ҡарсыҡ­тың Рәсәй халҡын, яман сирҙән түшәккә ятҡан бабайын йәлләп танауын мышҡылдатыуы, иҙән сепрәгенә эләгеп, бал балы еҫтәре сығып торған көпшә килеп сыҡҡас та туҡтаны.

– Аҡылға бер төрлөләрҙең этлеккә башы шәп эшләй, тигәндәре хаҡтыр. Әммә һыу мейең менән быға үҙеңдең генә башың етмәҫен дә беләм. Кем өйрәтте, әйт! – тип һелкеткәнгә тәне иҙрәп, үҙе тәмле йоҡоға талып барған Сәмси ҡарт һалдат етеҙлеге менән һикереп тә торҙо. Әммә бесәй үҙе инеп-сығып йөрөһөн өсөн махсус тишелгән иҙән ярығына ултыртып ҡуйылған эсемлекте Мөйми ҡарсыҡ һеләүһен етеҙлеге менән тартып сығарып өлгөргәйне инде.

Үҙенең этлегенә ҡушып, йәйен бажаһының ҡырын эштәрен дә һөйләп бирергә тура килде халыҡ дошманына ҡараған кеүек күҙҙәрен таҫырайтып торған ҡарсығына.

...“Бар йүнһеҙлек ҡаланан килә” тигәндәре шулдыр. Үткән йәй ялға ҡайтҡан бажаһы ҡа­лаға кире юлланғансыға тиклем битлеген сисмәне. Сәмси ҡарттың: “Ҡурҡма, беҙҙә тауыҡ та, сусҡа ла һалыуы күптән үт­те ул”, – тигәненә мыйыҡ аша ғына көлдө лә ҡуйҙы. Төй­мә­нән дөйә яһарға яратҡан бал­дыҙы иһә эште ҡаты тотто:
– Йүткергән килеш аяҡ аҫтында буталып йөрөмә! – тип иренә ятырға ғына ҡушты.

Тыңлаусан балалай бар әйткәнен теүәл үтәгән бажаһын йәлләп тә ҡуйғайны. Бынау йәйге селләлә бар халыҡ һыу инеп ҡомда ҡыҙынғанда тотҡон кеүек ни хәл ултырмаҡ кәрәк! Сер һуңғараҡ сиселде. Икәү­ләшеп мунсаға барғайнылар. Үҙ алдына күңелле генә көйҙө көйләп йыуынған ҡала ҡунағына ҡарап:
– Ауырыу аш түгел тиһәләр ҙә, һин бирешмәйһең әле. Маладис! – тине.

– Аяҡлы ҡаза – балды­ҙыңдың игәүҙәренән берҙән-бер ҡотолоу сараһы шул әлегә, – тине тегенеһе иҫе китмәй генә.
Баҡһаң, ҡатынының мыжыу­ҙарынан арып китһә, үҙенә үҙе карантин эшләп ала икән. Тамаҡ төбө менән һөйләшеп, ғыжылдаған тауыш сығарып, бер нисә тапҡыр йүткереп ал­һа, хәләл ефеткенәһе ғауғаға бирелеп, йәһәт кенә битлек кейҙереп тә ҡуя, йоҡларға ла айырым һала, ти. “Фатирҙа йәшереп тотоуы ҡыйыныраҡ. Етмәһә, теге албаҫты ла Шерлок Холмстың һыңары. Еҫкә­неп кенә йөрөй. Ә ауылда ла­фа. Мин ятҡан карауаттың аҫтында иҙәндә ни өсөн тишек ҡалдырылғанлығын аңлама­һам да, бик шәп нәмә икән! Бер аҡбаш төшә лә ултыра. Һеҙгә килгәнсе үк карантинға китә торған көндәрҙе билдәләп, системаның көпшәләрен алдан уҡ әҙерләп килтерҙем”, – тип серен систе.

...Асыуынан шартлар сиккә еткән Мөйми ҡарсыҡ баба­йының һөйләгәндәрен көскә тыңлап бөттө лә телефонына йәбеште. Ҡоромағыр кейәүе тағы ла карантиндамы икән?!

Өфө ҡалаһы.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА
Фото: Олег Яровиков
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: