Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 17:16

Изгелектән тыуа изгелек

Ябай ғына яҡшы ғәмәл, бәләкәй генә изгелек уны ҡабул иткәндең генә түгел, ҡылған кешенең дә күңелен үҫтерә, тормошона йәм һәм мәғәнә өҫтәй. Һәр ерҙә, һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа яҡшы эш, матур ғәмәл башҡарырға тырышығыҙ.

* Телефондан шылтыратып хәл белешегеҙ. Бигерәк тә яңғыҙ кешеләрҙең.
* Ишекте асып бер кешене булһа ла индереп, шунан үҙегеҙ инегеҙ.
* Оло, яңғыҙ йәшәгән кешеләрҙең хәлен белегеҙ. Өлкәндәрҙең хәлен белеү – бик ҙур сауап.
* Рәхмәт әйтеп, баһалама журналына матур фекерегеҙҙе яҙығыҙ. Яҡшы һүҙҙәр һеҙҙең турала яҡшы фекер ҡалдырасаҡ.
* Ҡан бирегеҙ. Ул һеҙҙең сәләмәтлек өсөн дә файҙалы, кемдеңдер ғүмерен дә һаҡлар.
* Мохтаждарға кейем таратығыҙ.
* Күршеләргә ярҙам итегеҙ.
* Сиратта, автобуста ололарға, сирлеләргә, ауырлыларға урын бирегеҙ.
* Сүплеккә ашамлыҡ ташлағанда, ҡырағай хайуандар ашарлыҡ итеп ҡалдырығыҙ.
* Баҡса емештәрегеҙ менән бүлешегеҙ.
* Юлда ятҡан, кешегә зыянлы булырлыҡ әйберҙе сүплеккә илтеп ташлағыҙ.
"Бәхетлеләр календары" китабы мәғлүмәттәре файҙаланылды.
Фото: Т.Роза
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: