Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 13:10

Дыуанда – фажиғә...

Дыуан районындағы Мәләкәс йылғаһында биш йәшлек баланың һәләк булғаны билдәле булды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уның кәүҙәһен үтеп барған кешеләр һыуҙан сығарған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмле йәйҙең күңелле көндәрен һыуҙағы фажиғәләр боҙа, ғаиләләргә оло ҡайғы алып килә.
Кисә һыуҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Дим йылғаһында 43 йәшлек ир, Асылыкүлдә 29 йәшлек егет, Ағиҙелдә әлегә кем булыуы билдәһеҙ ир батҡан. Октябрьский ҡалаһы кешеләре күлдә һыу ингәндә батҡан 47 йәшлек ирҙе ҡотҡарырға тырышып ҡараһа ла, булдыра алмай.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы республика халҡын һыу объекттарында булғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, балаларҙың яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа, спиртлы эсемлектәр ҡулланмаҫҡа саҡыра. Йорттарыбыҙға ҡайғы ҡунмаһын өсөн ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә етә, бары уларҙы һанға һуғырға кәрәк.
Фото: Башинформ
"Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: