Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 18:32

Баҡсала әсетке лә – ҙур ярҙамсы

Бөгөн күптәр баҡсала мул уңыш алыу өсөн химик ашламаларға түгел, ә ҡул аҫтындағы тәбиғи сараларға өҫтөнлөк бирә. Әсетке лә йәшелсә-емештәрҙең үҫешенә ыңғай тәьҫир иткән тәбиғи стимулятор һанала. Рустар юҡҡа ғына "растет как на дрожжах" тимәгәндер.

Әсетке тупраҡтың микрофлораһын байыта, сир таратҡан күп кенә микроорганизмдарға ҡаршы тороу һәләтенә эйә.
Әсеткеле ҡатнашманы бөтә культуралар ҙа “ярата”. Уны нисек әҙерләргә? Баҡсасыларға ике төрлө рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Бер килограмм пресланған әсеткене биш литр йылымыс һыуҙа иҙегеҙ. Уны 1:10 (бер литр әсетке ҡатнашмаһына 10 литр һыу алына) нисбәтендә ҡулланырға кәңәш ителә. Әгәр ҡоро әсетке ҡулланһағыҙ, 10 литр һыуға 10 грамм әсетке һәм ике-өс аш ҡалағы шәкәр алына. Ҡатнашманы ике сәғәт самаһы ултыртып ҡуйып, 1:5 нисбәтендә һыу менән ҡатнаштырып һибегеҙ.
Помидор, борос, баклажан, картуфтың һәр төбөнә бер литр ашлама ҡойорға тәҡдим ителә. Әсеткеле ҡатнашма еләкте һоро серек ауырыуынан, помидорҙы фитофторанан һаҡлай.
Әсеткене яҙҙан йәй аҙағынаса өс тапҡыр ҡулланырға кәңәш ителә. Ул эшкәртелеү барышында тупраҡтағы калийҙы бер аҙ кәметә, шуға күрә тупраҡты көл менән байытырға ла онотмағыҙ. Әгәр сама белеп, йәғни дөрөҫ ҡулланһағыҙ, йәшелсә-емешегеҙ гөрләп үҫеп, мул уңыш менән ҡыуандырыр.
Фото: Т.Роза
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: